Семеновская Анна Галактионовна

Семеновская Анна Галактионовна (28 июль 1926 йыл26 август 2012 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Днепропетровск өлкәһе Үрге Днепровск районының «Любомировка» тоҡомсолоҡ заводы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы

Анна Галактионовна Семеновская 1926 йылда Божедары ауылында, хәҙер Днепропетровск өлкәһенең Криничанский районында тимерсе эштәре оҫтаһының крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә 4 синыфты тамамлай.

1939 йылда урындағы колхоздың баҫыусылыҡ бригадаһына эшкә урынлаша[1]. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында оккупацияланған биләмәлә була. Ауыл азат ителгәндән һуң тағы колхозда эшләй башлай. 1947 йылда атаһы фронттан ҡайта, уны күрше Соколовка ауылына тимерсе булып эшләргә саҡыралар. Бөтә ғаилә яңы урынға йәшәргә күсә. Анна йәшелсәселек бригадаһында эшләй башлай, мал аҙығы сөгөлдөрө үҫтерә.

1950 йылда фермаға һауынсы булып эшкә күсә. Юғары һауым өсөн хәрәкәттең инициаторы була. 1965 йылда һәр һыйырҙан уртаса 4422 литр һөт һауып алып, юғары күрһәткестәргә өлгәшә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшеүе һәм рекордлы һөт һауып алыуы өсөн Анна Галактионовна Семеновскаяға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем колхозда эшләүен дауам итә.

Соколовка ауылында йәшәй. 2012 йылдың 26 авгусында вафат була, ауыл зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Александр Наровлянский. Семеновская Анна Галактионова. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2020.

Әҙәбиәт

  • Шевченко С., Кучеров Е., Дорошев С. Трудовая слава Днепропетровщины. - Днепропетровск, 2013.

Һылтанмалар