Сидоров Георгий Маркелович
Георгий Маркелович Сидоров (рус. Георгий Маркелович Сидоров; 1961 йылдың 21 ғинуары, Таштамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй инженеры, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия өлкәһендә ғалим һәм уйлап табыусы. Техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, «Нефтехимпереработка институты» АЙ-ның генераль директоры (2023—2024).
Биографияһы
Г. М. Сидоров 1961 йылдың 21 ғинуарында Башҡортостандың Таштамак ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа[1].
Атаһы — Сидоров Маркел Федорович (1929 й. т.) — «БАССР-ҙың ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы» (1985), Ленин ордены (1979) һәм Октябрь Революцияһы ордены (1971) кавалеры. «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1945), «Целина ерҙәрен үҙләштереү өсөн» миҙалы (1957), «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970), «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе (1973—1976), «Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы» (1975) менән бүләкләнгән.
Әсәһе — Сидорова Вера Егоровна (1935 й. т.). Колхозсы булып эшләгән. «Әсәлек миҙалы» II дәрәжә (1966), «Әсәлек миҙалы» I дәрәжә (1973), «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары, «1976 йылғы социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе (1977) менән бүләкләнгән.
1980 йылда Стәрлетамаҡ химия-технология техникумын «Химия һәм нефть-газ эшкәртеү заводтарының ҡорамалдары» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай һәм Өфө нефть институтына уҡырға инә. 1985 йылда Өфө нефть институтының нефть-механика факультетын[2] отличие менән тамамлай һәм «Химия производстволарының машиналары һәм аппараттары» һөнәре буйынса инженер-механик квалификацияһы ала[3].
1985 йылдан 1988 йылға тиклем Өфө резино-техник изделиелар заводында эшләй: смена мастеры, стандарт булмаған ҡорамалдар участкаһы начальнигы.
1988 йылдан 2005 йылға тиклем — УНИ/ӨДНТУ-ның «Химия технологияһы процестары һәм аппараттары» кафедраһы инженеры, ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр.
1992 йылда көндөҙгө аспирантураны, 1998 йылда — көндөҙгө докторантураны тамамлай.
1993 йылда «Нефть фракциялауҙың энергия һаҡлаусы технологияһын эшләү һәм индереү» темаһына диссертация яҡлай (фәнни етәксеһе — т. ф. д., профессор А. А. Кондратьев). «Техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһе бирелә.
1999 йылда «Өлөшләтә бәйләнгән ағымдар менән ҡатмарлы колонналар ҡулланып, нефть ҡатнашмаларын фракциялауҙың энергия һаҡлаусы технологияһын эшләү һәм индереү» темаһына диссертация яҡлай. «Техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһе бирелә.
2005 йылдан 2007 йылға тиклем — «Каустик» ААЙ-ның (Стәрлетамаҡ ҡ.) технология һәм үҫеш буйынса баш инженер урынбаҫары.
2008 йылдан 2009 йылға тиклем — Өфө трансформатор заводының проект етәксеһе.
2009 йылдан 2012 йылға тиклем — «Каскад» фәнни-инжиниринг үҙәгенең директор урынбаҫары.
2012 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетының «Нефть һәм газ технологияһы» кафедраһы профессоры.
2018 йылдан — «НТ-ЦЕНТР» ЯСЙ-ның фән буйынса генераль директор урынбаҫары[4][5].
2023 йылдан 2024 йылға тиклем — «Нефтехимпереработка институты» АЙ-ның генераль директоры.
250-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 42 уйлап табыу авторы һәм соавторы[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2004)[7];
- Америка-Рәсәй эшлекле союзының (ARBU) «Energy of progress» (Прогресс энергияһы) алтын миҙалы (2012);
- «Рәсәй профессиональ инженеры» көмөш билдәһе (2012);
- Рәсәй Тәбиғәт белеме академияһының В. И. Вернадский исемендәге көмөш миҙалы (2012);
- Рәсәй Тәбиғәт белеме академияһы академигы (2013);
- Бөтә Рәсәй «2012 йыл инженеры» конкурсы лауреаты (2013);
- Рәсәй Тәбиғәт белеме академияһының һәм «Европа фәнни-сәнәғәт консорциумы»ның юғары наградаһы — «Labore et scientia» (Хеҙмәт һәм белем) ордены (2013)[8];
- Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты — «Яҡшыртылған экологик характеристикалы автомобиль бензиндары алыу технологияһы» өсөн (2013)[9];
- Европа фәнни-сәнәғәт консорциумының «Европа сифаты» алтын миҙалы (2013)[10];
- ӨДНТУ-ның «Почетлы сығарылыш уҡыусыһы» билдәһе (2014);
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты — юғары октанлы автомобиль бензиндарын яҡшыртылған экологик сифаттар менән етештереүҙең инновацион, энергия һәм ресурс һаҡлаусы технологияһын эшләү һәм сәнәғәттә үҙләштереү өсөн (2015)[11];
- Рәсәй инженер академияһы академигы (2016);
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының К. Р. Тимерғазин исемендәге премияһы лауреаты (2016);
- академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2016);
- РИА-ның почетлы алтын билдәһе (2016);
- Халыҡ-ара технология фәндәре академияһы академигы (2017);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәте (2017)[12];
- Өфө дәүләт нефть техник университетының көмөш билдәһе (2017);
- Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2019);
- Татарстан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2019);
- «Петр Бөйөк» милли технология премияһы (2019);
- Рәсәй сифат лидеры (2019);
- Салауат Юлаев ордены (2021);
- Христофор Леденцов исемендәге Бөтә Рәсәй премияһы лауреаты (2021)[13];
- «Газпром» ПАЙ-ның фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2022)[14].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе сменился руководитель Института нефтехимпереработки. ufa1.ru (17 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ Сидоров Георгий Маркелович. Наследие Чувашии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ Сидоров Георгий Маркелович - Анкета. famous-scientists.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ Поздравляем новых дипломантов программ «Мастер качества» и «Российский лидер качества»! cepvok.ru (17 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ Георгий Сидоров. Настоящий профессор. Премия Леденцова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ Указ Президента РБ от 24.03.2004 № УП-171 «О присвоении почетного звания „Заслуженный изобретатель Республики Башкортостан“ Сидорову Г. М.»
- ↑ Орден LABORE ET SCIENTIA (ТРУДОМ И ЗНАНИЕМ). Российская Академия Естествознания. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ Указ Президента РБ от 07.10.2013 № УП-304 «О присуждении Государственных премий Республики Башкортостан 2013 года в области науки и техники»
- ↑ Золотая медаль «ЕВРОПЕЙСКОЕ КАЧЕСТВО» (Gold medal "European Quality"). Российская Академия Естествознания. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 28 октября 2015 года № 2180-р «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2015 года в области науки и техники», п. 5
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 21.08.2017 г. № 293-рп (рус.), Президент России. 8 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Георгий Сидоров: настоящий профессор. Общенациональная премия Христофора Леденцова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ ООО «НТ-Центр» стал лауреатом премии ПАО «Газпром». nt-centr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
Әҙәбиәт
- Дела и люди Уфимского нефтяного. Летопись / Под общей редакцией А. М. Шаммазова. — Уфа, Инеш, 2008. — 516 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-903622-07-8.
Һылтанмалар
- Сидоров Георгий Маркелович на портале энциклопедии «Башкортостан»
- Сидоров Георгий Маркелович на портале «Башкирская энциклопедия» (архив)
- Сидоров Георгий Маркелович на портале «Чувашская энциклопедия»
- Сидоров Георгий Маркелович в Свободной энциклопедии Урала
- Сидоров Георгий Маркелович на портале энциклопедии «Известные учёные»]