Соломенцев Юрий Михайлович
Биографияһы
Юрий Михайлович Соломенцев 1939 йылдың 25 июнендә Ленинград ҡалаһында тыуған. СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре Соломенцев Михаил Сергеевичтың (7.11.1913—15.02.2018) улы.
1961 йылда Силәбе политехник институтын «Машиналар төҙөү технологияһы, металл киҫеүсе станоктар һәм инструмент» һөнәре буйынса уҡып тамамлай. 1965 йылда Мәскәү станок-инструмент институты аспирантураһын тамамлай, шул уҡ йылда (срогынан алда) техник фәндәр буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1965—1967 йылдарҙа Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтында уҡыта.
1967 йылдан алып «Станкин» Мәскәү Дәүләт технология университеты хеҙмәткәре, 1974—2007 йылдарҙа ректор, 2008 йылдан алып президент.
Улы Михаил — Мәскәү мэры һәм хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары. Ҡыҙы Ксения — журналист.
Бүләктәре, премиялары, маҡтаулы исемдәре
- Ленин премияһы лауреаты (1972), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1986), Рәсәй Федерацияһының белем биреү өлкәһендә Хөкүмәт премияһы (2001)[1], һәм фән һәм техника өлкәһендә премия лауреаты (2003)[2]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981), Октябрь Революцияһы ордены (1986), «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы, Георгий Димитров миҙалы (Болгария) һәм башҡалар менән бүләкләнгән.
- «Станкин» Мәскәү Дәүләт технология университетының почётлы докторы, Хемницкий техник университетының почётлы докторы (Германия), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999)[3], Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреү почетлы хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 30 августа 2002 г. № 647 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2001 года в области образования»
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 16 февраля 2004 г. № 85 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2003 года в области науки и техники»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 1 июля 1999 г. № 862 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Профиль Юрия Михайловича Соломенцева РФА рәсми сайтында
- [1], [2] 2012 йылдың 30 июнь көнөндә архивланған.