Биографияһы

Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы Солтанова 1966 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Йылайыр районы Ашҡаҙар ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан 19831984 йылдарҙа «За коммунизм» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1985 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзите (хәҙер — «Йәншишмә»), 1988 йылдан — «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре.

1990 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм артабан хеҙмәт юлын «Башҡортостан» ДТРК‑ның радиотапшырыуҙар студияһында дауам итә: мөхәррир, хәбәрсе, өлкән мөхәррир, комментатор була. 2002 йылдан — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһында эшләй. 2003 йылда «Салауат эҙҙәре буйлап» Башҡортостан Журналистары экспедицияһында ҡатнаша. «Оло Башҡортостан», «Йәдкәр» радиотапшырыуҙары, республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың тормошона арналған «Алыҫ араларҙы яҡынайтып», «Ватандаштар» телетапшырыуҙары, шулай уҡ тарих, мәҙәниәт, башҡорт халҡының билдәле шәхестәренә арналған тапшырыуҙарҙың авторы һәм алып барыусыһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2009)