Стуруа Иван Фёдорович
Биографияһы
Иван Стуруа 1870 йылда крәҫтиән ғаилһендә тыуған. 1889 йылда Тифлис тимер юл оҫтаханаларында эшләй башлай, унда 1896 йылда РСДРП-ға инә. Елизаветинская урамы, 197 йортта йәшәй (хәҙерге Цинамдзгвришвили урамы)[1].
Забастовкалар ойоштороа, Баҡы, Петербург һәм Выборг ҡалаларындағы йәшерен типографияларҙа хеҙмәттәшлек итә, репрессияларға дусар ителә. 1917 йылда Самтредиала большевистик ойошма етәксеһе була. 1920 йылда Грузия КП(б) Үҙәк комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1922 йылдан алып 1924 йылға тиклем — игенселек халыҡ комиссары. 1922 йылдың октябренән 1923 йылдың ғинуарына тиклем Бөтә Грузия Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе. 1924 йылдан —Үҙәк контроль комиссияһы (ЦКК) ағзаһы.
1931 йылдың 13 апрелендә Тбилисиҙа вафат була.
Хәтер
Вано Стуруа исеме менән Баҡы суднолар ремонтлау заводы һәм Баҡы крекинг-заводы йөрөтөлә.
Әҙәбиәт
- გეგეშიძე ზ., ქართული ენციკლოპედია საბჭოთა, ტ. 9, გვ. 587, თბ., 1985 წელი.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Стуруа Иван Фёдорович. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991
- Стуруа Иван Федорович (неопр.). ХРОНОС: ВСЕМИРНАЯ ИСТОРИЯ В ИНТЕРНЕТЕ.