Суханов Николай Алексеевич

Суханов Николай Алексеевич (1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ефрейторы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Биографияһы

Суханов Николай Алексеевич 1913 йылда тыуа. 1941 йылда Өфө ҡалаһының Молотов район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 20-се гвардия айырым һауа һөжүме оборонаһы дивизионының ДШК пулеметы расчеты командиры булып хеҙмәт итә[1].

Суханов Николай Алексеевич ДШК пулеметының икенсе тоҫҡаусыһы булараҡ 1944 йылдың 8 майында Станиславувка районында дошмандың Ю-87 самолетын атып төшөрә. 1944 йылдың 16 апрелендә Станиславувка районында 7 дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 1944 йылдың 28 майында гвардия ефрейторы Суханов Николай Алексеевич Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

Һылтанмалар