Сухов Анатолий Петрович
Сухов Анатолий Петрович (26 ноябрь 1948 йыл — 10 сентябрь 2012 йыл) — спортсы, тренер. 1967 йылдан Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресы спорт клубының спидвей буйынса «Башкирия» командаһы ағзаһы, 1973 йылдан тренеры, 1980 йылдан — өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1982 йылдан СССР-ҙың спидвей буйынса йыйылма командаһы тренеры; 2000—2002 йылдарҙа Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубы тренеры. Мотоспорт буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), СССР‑ҙың спорт мастеры (1972).
Биографияһы
Анатолий Петрович Сухов 1948 йылдың 26 ноябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1980 йылда Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресының спорт автомотоклубында механик булып башлай. 1967 йылда ошо клубтың мотоспорт буйынса «Башкирия» командаһына саҡырыла, уның составында өс тапҡыр СССР чемпионы, шәхси беренселектә ике тапҡыр бронза призер була (1972, 1973).
1973 йылдан «Башкирия» командаһы тренеры, 1980 йылдан — өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1982 йылдан СССР-ҙың спидвей буйынса йыйылма командаһы тренеры. Анатолий Сухов етәкселегендә «Башкирия» командаһы өс тапҡыр СССР чемпионы була, күп тапҡыр көмөш һәм бронза миҙал яулай.
1986 йылдан ДОСААФ-тың (артабан РОСТО-ның) балалар-үҫмерҙәр спорт техник мәктәбе тренеры. Спорт өсөн был ауыр «үҙгәртеп ҡороу» йылдарында һәм «иҡтисади реформалар» барышында ул тиҫтә ярым тиерлек йыл ошо мәктәптең «Труд» стадионынан алыҫ булмаған урта мәктәп гаражында, шулай уҡ стадион трибуналары аҫтындағы бинала көн иткән спидвей бүлеген етәкләй[2].
2000—2002 йылдарҙа Анатолий Сухов — Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубы тренеры. 2002 йылда уның етәкселегендәге «Башҡортостан» командаһы боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатында беренсе тапҡыр алтын миҙал яулай[1], ә 2010 йылда тренерҙың тәрбиәләнеүсеһе Андрей Шишегов Европа чемпионы исемен ала.
Спортсы һәм тренер 2012 йылдың 10 сентябрендә Өфө ҡалаһында кинәт вафат була[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2010 йылда Башҡортостан Мотоспорт федерацияһының техник комиссияһы рәйесе итеп һайлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Сухов Анатолий Петрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2023)
- ↑ 1 2 Скончался заслуженный тренер России Анатолий Сухов. ИА «Башинформ», 10 сентября 2012 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2023)
Сығанаҡтар
- Скончался заслуженный тренер России Анатолий Сухов. ИА «Башинформ», 10 сентября 2012 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2023)
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Сухов Анатолий Петрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2023)