Суҡтурғай

Суҡтурғай (рус. свиристель йәки обыкновенный свиристель, лат. Bombycilla garrulus) — турғайҙар отрядындағы һайрасы ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡ ҙурлығында. Башында бүрке бар. Ҡауырһыны ҡуйы, беше. Дөйөм төҫө алһыу һоро, ҡара ҡанаттарында тар ғына һары һәм киңерәк аҡ һыҙыҡтар, асыҡ ҡыҙыл тап бар; ҡойроғо, тамағы, күҙҙәре аша үткән һыҙыҡтар ҡара; ҡойроғоноң осо асыҡ һары. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел

Тереклек итеүе

Ҡайын йәки ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ҡышҡыһын күсеп йөрөй. Тауышы яғымлы ғына сырылдау; «сирррири — сиррири». Ояһы ағас баштарында була. Башҡортостанда ҡыш көнө уларҙың һаны арта төшә.

Туҡланыуы

Яҙ һәм йәй көндәрендә бөжәктәр,үләндең йәш һабаҡтары, башҡа ваҡытта төрлө емеш — еләктәр менән туҡлана. Башлыса миләш, балан, омела(паразит үҫемлек), көртмәле.

Үрсеүе

Инә ҡош ҡара тарлы күкһел 3—7 йомортҡа һала.

Әҙәбиәт

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 104-се бит.