Аҡъюлов Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы

Аҡъюлов Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы (рус. Акъюлов Сайфун Сагадаткираевич; 1958 йылдың 18 феврале, Аҡъюл ауылы, Башҡорт АССР-ы) — хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, отставкалағы эске хеҙмәт полковнигы. 2011—2018 йылдарҙа Хөкөм язаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары. Хөкөм язаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса федераль хеҙмәттең 142-се федераль ҡаҙна һөнәри белем биреү учреждениеһы директоры (2016 йылдан). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).

Биографияһы

Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы Аҡъюлов 1958 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында тыуған.

1980 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Вильнюс махсус урта мәктәбен, 1989 йылда — Юғары юридик ситтән тороп уҡыу мәктәбен (хоҡуҡ белеме буйынса) тамамлаған.

1980 йылдың октябренән 2-се холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһында хеҙмәтте ойоштороу буйынса инженер, оператив частың инспекторы, оперуполномоченныйы һәм етәксеһе, колония етәксеһе урынбаҫары. 1997 йылдың мартынан 4-се ИТК етәксеһе, 2011 йылдың ғинуарынан — Хөкөм язаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары.

2016 йылдан — Хөкөм язаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса федераль хеҙмәттең 142-се федераль ҡаҙна һөнәри белем биреү учреждениеһы директоры[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы[3];
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы;
• Салауат Юлаев ордены (2014).

Иҫкәрмәләр

  1. Директор Акъюлов Сайфун Сагадаткираевич. checko.ru (25 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025.
  2. ФКПОУ-142. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025.
  3. Акъюлов Сайфун Сагадаткираевич. ru.nagrady.by (24 октябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025.