Сәлимйәнов Хәбит

Сәлимйәнов Хәбит (рус. Салимзянов Хабит 1897 йыл19 сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты.

Биографияһы

Сәлимйәнов Хәбит 1897 йылда Башҡортостандың Өфө ҡалаһында тыуа. Зенцов урамындағы 74 -се йорттоң 5 фатирында йәшәгән. Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡалаһының Ленин районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 42-се гвардия кавалерия полкында пулемет расчеты командиры булып хеҙмәт итә[1]. Хәрби званиеһы — гвардия өлкән сержанты. 1943 йылдың 19 сентябрендә Украина территорияһында барған һуғышта һәләк була. Украинаның Чернигов өлкәһе Менский районының Березна ҡасабаһында ерләнгән[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар