Сәлимов Килемдар Сәлим улы
Биографияһы
Сәлимов Килемдар Сәлим улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуа. 1941 йылда Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 5‑се батареяһында ашнаҡсы, йөк ташыусы булып хеҙмәт итә.[1]. 5‑се батарея ашнаҡсыһы Сәлимов Килемдар Сәлим улы һалдаттарға хәрби хәрәкәттәр барышында иртәнге, төшкө, киске аштарҙы һәр саҡ ваҡытында ташығаны өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Үҙенә беркетелгән аттарҙы һәр ваҡыт яҡшы тәрбиәләгәне һәм алғы һыҙыҡта һалдаттарға вҡытында эҫе аш менән тәьмин итеүе өсөн 1945 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САЛИМОВ Калемдар Салимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Салимов Калемдар Салимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)