Сәләмов Фәйез Сәләм улы
Биографияһы
Сәләмов Фәйез Сәләм улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡариҙел районы Һөйөндөк ауылында тыуа. Байҡыбаш районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында ездовой һәм артиллерист булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылдың 1 февраленән алып 4 февраленә тиклем Замошье тораҡ пункты янындағы һуғыштарҙа гвардия рядовойы ездовой Сәләмов Фәйез Сәләм улы дошмандың көслө уты аҫтында миналар һалынған юл буйлап яңы ут һыҙығына орудиеларҙы еткерә. Эскадрондың материаль өлөшөн һәм аттарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә, орудиелар эскадрондың хәрби тәртиптә һаҡлана. Сәләмов Фәйез Сәләм улы 1944 йылдың 29 февралендә «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
1945 йылдың 17 февралендә 76 мм орудиеларҙың 1-се расчеты гвардия ефрейторы Сәләмов Фәйез Сәләм улы Петцник тораҡ пункты янында барған һуғышта расчет составында дошмандың ике көслө атакаһын кире ҡаға. Дошман һалдаттарының төркөмө орудиеға ныҡ яҡынлашһа ла бер аҙым да артҡа сигенмәй, бөтә расчеттың ныҡышмалы оборонаһы арҡаһында дошмандың пулемет уты баҫтырыла һәм 35-кә яҡын һалдат һәм офицеры юҡ ителә. Йыш атыуҙарҙан һуң орудие туҡтап ҡалғас, Сәләмов тылдан шәхси ҡоралы менән фашистарҙы сигенергә мәжбүр итә. 1945 йылдың 31 мартында гвардия ефрейторы Сәләмов Фәйез Сәләм улы был ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].
Сәләмов Фәйез Сәләм улы 1945 йылдың 4 майында һәләк була, Германияның (хәҙер Польшаның) Арнсвальде ҡалаһында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САЛЯМОВ Фаиз Салямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Картотека награждений. Салямов Фаиз Салямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)