Сәрүәрова Рима Фәйзи ҡыҙы
Сәрүәрова Рима Фәйзи ҡыҙы (рус. Сарварова Рима Файзиевна; 4 июль 1954 йыл) — журналист, радиопроекттар авторы һәм тапшырыуҙар алып барыусы. 1979 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. [1] Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.
Биографияһы
Рима Фәйзи ҡыҙы Сәрүәрова 1954 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Лаяшты ауылында тыуған.
1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын «Журналистика» һөнәре буйынса тамамлағандан һуң «Заветы Ильича» («Ильич васыяттары») гәзите хеҙмәткәре булып эшләй. 1979 йылдан башлап «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй: 1998 йылда — бүлек мөдире, 2001 йылдан — радиотапшырыуҙар студияһының төбәк‑ара һәм милләт‑ара программалары ижади берекмәһе етәксеһе була. 2002 йылдан алып «Башҡортостан» телерадиокомпания ДУП‑ы радиотапшырыуҙар студияһында төбәк‑ара һәм милләт‑ара программалар ижади берекмәһе етәксеһе, 2003 йылда баш белгес булып эшләй. Рәсәй Журналистар союзы ҡарамағындағы Экологик журналистар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе координаторы. «Профсоюз линияһы», «Яғыулыҡ‑энергетика комплексы. Башҡортостан потенциалы», «Экспресс‑студия», «Экология һәм беҙ» радиопроекттары авторы һәм алып барыусыһы, «Волга һәм Урал араһында» радиожурналының Башҡортостан Республикаһы буйынса мөхәррире һәм алып барыусыһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты[2].
Римма Сәрүәрова — иҡтисад, экология, социаль өлкә, милли һәм мәҙәни мөнәсәбәттәр проблемаларын сағылдырған етди аналитик программалар авторы. Рәсәй Журналистар союзының «Журналист оҫталығы өсөн» премияһы лауреаты, «Пегаз-2009» яғыулыҡ-энергетика комплексы проблемалары буйынса иң яҡшы мәҡәләгә халыҡ-ара журналистар конкурсында Гран-при яулаусы. Премия 1997 йылда «Экспресс-студия», «Экология һәм беҙ», «Волга һәм Урал араһында», «Республика иртәһе» радиотапшырыуҙар циклы өсөн тапшырыла[1]. Бер үк ваҡытта Римма Фәйзи ҡыҙына энергожурналистика академигы исеме бирелә. Республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы темаһына 30 йылдан ашыу ваҡытын арнай[3].
III Бөтә Рәсәй журналистарының «Рәсәй экологияһы» конкурсында «Алтын Ника» һәм I дәрәжә дипломға эйә була, Рәсәй матбуғатының күп фестивалдәрендә лауреат исемдәре ала.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Рима Сарварова. Музей Ш.Худайбердина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2024.
- ↑ Лауреаты премии им. Ш.Худайбердина 1997 года
- ↑ Радиожурналисту Римме Сарваровой в Москве вручен «Пегаз златокрылый»
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. СӘРҮӘРОВА Рима Фәйзи ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2024)