Сәфәров Альберт Тәлғәт улы

Сәфәров Альберт Тәлғәт улы (5 май 1958 йыл, Өфө) — СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса совет һәм Рәсәй тренеры, биатлонда Рәсәй тренеры һәм эшмәкәре, функционеры. Ишембай биатлон мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡортостан Республикаһы Биатлон федерацияһының экс-рәйесе[1][2]. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000), СССР-ҙың спорт мастеры (1979) һәм биатлон буйынса халыҡ-ара категориялы судья (2003)[3]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999).

Белеме

Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1987).

Спортсы карьераһын

Сәфәров Альберт Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубы (Өфө) тәрбиәләнеүсеһе, Ямалиев Памир Камалетдин улының (19421999) уҡыусыһы.

СССР ДОСААФ-ы чемпионы (19811984), СССР беренселегенең көмөш һәм бронза призеры (1979), РСФСР халыҡтары Спартакиадаһының бронза призеры (1981), Чехословакияла (2 тапҡыр, 1983) һәм Польшала (1984) халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе.

СССР-ҙың спорт мастеры (1979).

Тренер карьераһы

1984 йылдан Биатлон буйынса республика балалар‑үҫмерҙәр Олимпия резервы махсус мәктәбе тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 19992002 йылдарҙа Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе.

Альберт Тәлғәт улы Сәфәровтың тәрбиәләнеүселәре араһында 20-нән ашыу СССР-ҙың һәм Рәсәй-ҙең Халыҡ-ара класлы спорт мастеры бар.

Рәсәйҙең биатлон буйынса атҡаҙанған тренеры (2000).

Әҙәбиәт

Альберт Тәлғәт улы Сәфәров. Башҡортостан энциклопедияһында мәҡәлә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сафаров, Альберт Талгатович. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2017. 2017 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.