Сәфәрғәлина Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы
Биографияһы
Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы Сәфәрғәлина 1940 йылдың 15 апрелендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған.
1947 йылда Иҫке Мөсәт башланғыс мәктәбенә уҡырға инә. Артабан Яңы Собханғол ете йыллыҡ һәм Иҫке Собханғол урта мәктәптәрендә белем ала. 1959 йылда 1-се Өфө медицина училищеһын, 1969 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.
- Хеҙмәт юлы
- Яңы Собханғол фельдшерлыҡ пункты мөдире — (1959—1963)
- Бөрйән район(ы) үҙәк дауаханаһы табип-терапевы — 1969 йылдан
Бөрйән дауаханаһында эшләү дәүерендә (45 йылдан ашыу) Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы стационарҙың терапия бүлеге мөдире һәм функциональ диагностика табибы вазифаларын биләй, 1974—1987 йылдарҙа дауахана партия ойошмаһын етәкләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995)
- Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы (2005)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы
6 апрель 2020[1]
Сығанаҡтар
Сафаргалина Ляля Зайнетдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 464. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.