Сәғитов Нурыйәхмәт Дәүләтбай улы

Сәғитов Нурыйәхмәт Дәүләтбай улы — (рус. Сагитов Нуриахмет Давлетбаевич 1907 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец ҡылыссы, сержант. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Биографияһы

Сәғитов Нурыйәхмәт Дәүләтбай улы 1907 йылда Башҡортостан Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Башҡорт АССР-ының Быҙауяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. Сержант, отделение командиры була[2]. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) менән бүләкләнә[3]. Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда ҡаты яралана. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң колхозда эшләй[4].

Һылтанмалар