Сәғәтәйев Сәғит (Сабит) Сағатай улы
Биографияһы
Сәғәтәйев Сәғит (Сабит) Сағатай улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылында тыуа. 1941 йылда Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһының 313-се кавалерия полкында хәрби аҙыҡ-түлекте ташыусы булып хеҙмәт итә[1].
Сәғәтәйев Сәғит (Сабит) Сағатай улының вафаты тураһында анкетала шаһит Гәрәев Миңлеғол Миңлегәрәй улы һүҙҙәре буйынса хәрби аҙыҡ-түлек ташыусы ҡыҙылармеец Сәғәтәйев Сабит Сағатай улы 1942 йылдың 25 ноябрендә Көньяҡ-Көнбайыш фронтында Обливская станцияһында һәләк була[2]. Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһенең Обливская станицаһы районында ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САГАТАЕВ Саг(б)ит Сагатаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Донесения о потерях. САГАТАЕВ Сабит Сагатаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)