Сәғәҙиев Сәлихан (Сәлихйән)

Сәғәҙиев Сәлихан (Сәлихйән) (рус. Сагадеев Салихан (Салихьян)1912 йыл — 10 ғинуар 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Биографияһы

Сәғәҙиев Сәлихан (Сәлихйән) 1912 йылда Башҡортостандың элекке Боҙаяҙ районы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Ҡорманай ауылы) Түбә ауылында (хәҙер Ауырғазы районы) тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Боҙаяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкында пулеметсы булып хеҙмәт итә.

Гвардия ҡыҙылармеецы пулеметсы Сәғәҙиев Сәлихан (Сәлихйән) 1944 йылдың 10 ғинуарында барған тиңһеҙ һуғышта батырҙарса һәләк була. Белоруссия ССР-ы Полесье өлкәһенең (хәҙер Гомель өлкәһе) Мозырь районы Хомячки ауылында ерләнгән[2].

Һылтанмалар