Сәғәҙиев Хәбир Әхмәтдин улы
Биографияһы
Сәғәҙиев Хәбир Әхметдин улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дүртөйлө районында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Дүртөйлө район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында миномет расчеты командиры булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 19 сентябрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса ноябрендә) Белоруссияның Полесье өлкәһендә (хәҙер Белоруссияның Гомель өлкәһе) яуҙа хәбәрһеҙ юғала[2].
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САГАДИЕВ Хабир Ахметдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. САГАДИЕВ Хабир Ахметдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)