Сөләймән Кинйин

Сөләймән Кинйин1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Сығышы менән Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан. Абыҙ Кинйә Арыҫлановтың улы, Арыҫлановтар нәҫеленән.

1774 йылдың яҙында Крәҫтиәндәр һуғышына ҡушылыуы документтарҙа сағылыш таба. Ағаһы Һеләүһен Кинйин менән бергә ихтилал мөрәжәғәтнамәләрен таратыуҙа ҡатнаша. Документтарҙа ағалы-ҡустыларҙың исемдәре буталып йөрөгән.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәбиәт