Сөмгөл
Тасуирламаһы
Сөмгөл төбөндә һыу өйөрөмәһе өңөүе арҡаһында соҡор барлыҡҡа килә.
Йылға йырҙаһы фәне өсөн ғәҙәттә ғәҙәттә ятыу термины ҡулланыла, был күренеш генезисын һәм йырҙаның икенсе морфологик объекттары (шаршы) менән үҙ-ара бәйләнешен тасуирлау өсөн хеҙмәт итә. Ҡайһы саҡ ятыуҙарҙың иң тәрән урынын сөмгөл тип атайҙар; был осраҡта ятыуҙа сөңгөлдәр бер нисә булыуы мөмкин.
Сөмгөлдәрҙә ғәҙәттә балыҡ тоталар, мәҫәлән, шамбылар сөмгөлдә йәшәүҙе хуп күрә.
Урындағы атамалар
Башҡорт телендә был тәбиғәт күренеше әҙәби телдә "сөмгөл" тип атала, йыш ҡына "сөңгөл" тигән варианты ла ҡулланыла. Бынан тыш сөңкәл, сөмбәй, зөмбәй тип атап йөрөткән төбәктәр ҙә бар.
Урыҫ телендә сөмгөл һүҙе, башҡорт телендәге кеүек үк, төрлө урында төрлөсә атала: бочаг , богота , бучать, балуда , букалище һәм башҡалар .
Әйтем дә бар: рус. «В тихом омуте черти водятся», башҡортса варианты - «Тымыҡ күлдә ҡорт уйнай».
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - Сөмгөл//2-се том, 225-се бит
- ↑ Шанский Н. М. и др. Краткий этимологический словарь русского языка. — М.: Просвещение, 1975. — С. 809.
- ↑ Этимология слова омут. ΛΓΩ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2019.
- ↑ [slovar.cc/rus/ojegov/601987.html ОМУТ]. Словари, энциклопедии и справочники - бесплатно Онлайн - Slovar.cc. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2019.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |