Талса
Талса (ингл. Tulsa) — ҙурлығы буйынса Оклахом штатында икенсе ҡала, халҡы яҡынса 390 мең кеше тәшкил итә (Оклахома-Ситинан һуң, унда яҡынса 590 мең халыҡ йәшәй). Талса ҡалаһы агломерацияһында төп муниципалитет булып тора. Ҡала Талса округының үҙәге, был Оклахомала иң күп халыҡлы округ[15], Осейдж, Роджерс һәм Вэгонир округтары араһында урынлашҡан.
Тарихы
Округ биләмәһендә 1836 йылға тиклем америка Крики ҡәбиләләренә туғандаш лоачапока индеецтары йәшәгән. 1921 йылда Талсала билдәле раса сыуалыштары, АҠШ тарихында раса нигеҙендә көс ҡулланыу акттарының береһе була[16]. Егерменсе быуат дауамының күп өлөшөндә ҡала «Донъяла нефть баш ҡалаһы» ҡушаматы ала, сөнки ул америка нефть сәнәғәтенең мөһим үҙәктәренең береһе була[17]. Талса аша Уилли Роджерс Шоссеһы үтә. Ҡала шулай уҡ Көнбайыш свингы менән билдәле[18].
Элек ҡаланың иҡтисады нефть сәнәғәтенән байтаҡ бәйле була, ә иҡтисади түбәнәйеүҙән һәм артабанғы диверсификациянан һуң энергетика, финанс, авиация өлкәһендә, шулай уҡ телекоммуникация һәм технология секторҙарҙың иҡтисади базаһы булдырыла[19].
1921 йылдың майында АҠШ тарихында Талсала һуйыш булараҡ билдәле раса сыуалыштары булып үтә.
Географияһы
Талса Оклахома штатының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡала биләмәһе аша Арканзас йылғаһа аға. Ҡаланың дөйөм майҙаны яҡынса 485 км² тәшкил итә, ә ҡала үҙе билдәле 66-сы трассала урынлашҡан. Талсаның ҡала агломерацияһы ҙур, унда 935 мең кеше йәшәй. Атап әйткәндә, Талсаға түбәндәге ауылдар инә:
- төньяҡта: Дэвей, Бартлсвилл, Похаска, Барнсдол, Скаятук, Коллинзвилл, Овассо, Новата
- көнбайышта: Пони, Бристоу, Кливленд, Келливилл, Сенд-Спрингс, Мэнфорд, Сапалпа
- көнсығышта: Клэрмор, Катуса, Брокен-Эрроу, Уагонир, Кауэт, Инола
- көньяҡта: Дженкс, Гленпул, Биксби, Маундс, Бэггс, Окмалги, Хенриэтта
Мәҙәниәте
1956 йылда ирле-ҡатынлы Роман Ясинский һәм Мослин Ларкин «Талса балеты» труппаһына нигеҙ һала. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡалала яҙыусы һәм шағир Евгений Евтушенко йәшәгән.
Туғандаш ҡалалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ 1 2 United States Census 2010
- ↑ 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ 1 2 3 4 5 https://www.cityoftulsa.org/newsletters/enews---home/2014-newsletters/4-28-tga.aspx
- ↑ https://www.tulsaglobalalliance.org/tiberias-israel-1
- ↑ https://www.tulsaglobalalliance.org/amiens-france
- ↑ https://www.tulsaglobalalliance.org/kaoshiung-taiwan-1
- ↑ https://tulsaglobalalliance.org/celle-germany
- ↑ https://www.tulsaglobalalliance.org/beihai-china-1
- ↑ https://www.tulsaglobalalliance.org/utsunomiya-japan-1
- ↑ https://www.city.utsunomiya.tochigi.jp/_res/projects/default_project/_page_/001/007/972/h30euglish.pdf
- ↑ https://www.tulsaglobalalliance.org/zelenograd-russia
- ↑ https://www.tulsaglobalalliance.org/san-luis-potosi-mexico-1
- ↑ 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ Tulsa County. Oklahoma Historical Society. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2010. Архивировано 13 май 2013 года.
- ↑ Ellsworth, Scott The Tulsa Race Riot. Tulsa Reparations. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2007. Архивировано 13 май 2013 года. 2013 йылдың 10 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Everly-Douze, Susan. What's Doing in Tulsa?, New York Times (August 27, 1989). 14 апрель 2007 тикшерелгән.
- ↑ Elliott, Matt. Cain's Ballroom – A Music Icon: Venue is a landmark for Western swing, punk fans, Tulsa World (25 март 2007). 20 апрель 2007 тикшерелгән.
- ↑ Business Opportunities. Tulsa Metro Chamber of Commerce. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2006. Архивировано 1 сентябрь 2006 года. 2006 йылдың 1 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑
Һылтанмалар
Был Медиафайлдар бар викиһаҡлағыста тема буйынса Талс