Тарас Григорьевич Чубай
Тарас Григорьевич Чубай (укр. Тарас Григорович Чубай, 1970 йылдың 21 июнендә Львовта тыуған) — украин йырсыһы, рок-музыкант һәм композитор, «Плач Єремії» төркөмө вокалисы һәм уның йырҙары авторы, Украинаның халыҡ артисы (2017)[1], Украинаның атҡаҙанған артисы (2008)[2]. Үҙ карьераһы дауамында 100-ҙән ашыу йыр яҙа, 11 альбомын баҫтыра һәм «Крайслер-Империал» операһы өсөн увертюра яҙа.
Биографияһы
Украин шағиры, тәржемәсе һәм сәнғәт тарихсыһы Григорий Чубай ғаиләһендә тыуған. С. Крушельнецкий исемендәге Львов музыка училищеһын һәм Львов консерваторияһын тамамлай. Студент йылдарында, 1987 йылдан алып 1992 йылға тиклем, «Ҡайғырмағыҙ!» (укр. Не журись!) театр спектаклдәрендә ҡатнаша. 1990 йылда бас-гитарасы Всеволод Дячишин менән бергә «Плач Єремії» төркөмөн ойоштора, унда беҙҙең көндәргә тиклем сығыш яһай.
1999 йылда Киевҡа күсә. «Скрябин» төркөмө менән ике альбом яҙҙыра — «Наше Різдво» (рус. Наше Рождество) һәм «Наші партизани» (рус. Наши партизаны). 2003 йылдың 11 сентябрендә «Украина» һарайында яңғыҙ концерт менән сығыш яһай, үҙенең «Світло і сповідь» альбомын тәҡдим итә. Концертта уның «Плач Єремії» төркөмө, «Львов виртуоздары» камера оркестры, «Пиккардийская терция» музыкаль берекмәһе ҡатнаша[3].
2008 йылда Тарас Чубайға «Украинаның атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.
2017 йылдың 24 авгусында Украина президенты указы менән уға «Украинаның халыҡ артисы» исеме бирелде.
Өйләнгән, өс балаһы бар.
Дискографияһы
Плач Єремії
- Двері, котрі насправді є (1993)
- Най буде все як є… (1995)
- Хата моя (1997)
- Добре (1998)
- Світло і сповідь ч.1 (2003)
Башҡалар
- Постать Голосу (1988)
- Наше Різдво (1998)
- Наші партизани (2000)
- Наш Івасюк (2002)
Тарас Чубай & Kozak System
- «Пісні самонаведення» (2014)
Маҡтаулы исемдәре
Украинаның атҡаҙанған артисы (13.11.2008)
Украинаның халыҡ артисы (24.08.2017)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президент України від 24 серпня 2017 року № 251/2017 «Про відзначення державними нагородами України з нагоди Дня незалежності України»
- ↑ Указом Президента України № 1041/2008
- ↑ Тарас Чубай: "Світло і сповідь". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2008 года. 2008 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
Страницы Тараса Чубая
Интервью
- Тарас Чубай шукає памперси. Sumno.com (14 вересня 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2011. Архивировано 18 ноябрь 2011 года. 2013 йылдың 3 март көнөндә архивланған.
- YouTube сайтында Интервью Тараса Чубая телеканалу ТВІ. Весна 2011 года
- Львів потрапив під вплив російсько-хохляцької телевізійно-радійної схеми. Zaxid.net (2 липня 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: июнь 2010. Архивировано 23 ғинуар 2013 года.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |