Ташморон (Ишембай районы)
Ташморон— Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ишембай районы Кәбәс ауылынан көньяҡтараҡ 2 км алыҫлыҡта Үрек йылғаһының һул яҡ ярында ята. Ташморондан 5 км төньяҡ-көнбайыштараҡ— Алатау (657 м), 6 км көньяҡ-көнбайыштараҡ Әпес тауы (661 м). Кәбәс ауылы Ишембайҙан 102 км алыҫлыҡта ята.
Файл:Сворот направо в Кабясово - panoramio.jpg
Кәбәс ауылы янындағы урман
Иң бейек нөктәһе— 573,1 м. Битләүҙәре һөҙәк. Тау тоҡомо ҡомташ, алевролиттар һәм рифей һәүерташтарынан тора.
Тау өҫтөн ҡайын урманы ҡаплаған. Кәбәс янындағы урмандарға ауыл халҡы йыл да 500 баш умарта сығара.
«Ташморон» атамаһы «таш» (камень) һәм «морон» (мыс, выступ; нос) һүҙҙәренән алынған.[1]
Әҙәбиәт
- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 540. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf Словарь топонимов Башкирской АССР ]