Таштыҡоръятмаҫ
Таштыҡоръятмаҫ | |
---|---|
урыҫ Таштыкурятмас | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 13 км |
Киңлеге | 2 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Олотау |
Абсолют бейеклеге | 656 м |
Урынлашыуы | |
54°39′39″ с. ш. 57°55′48″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башкортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Таштыҡоръятмаҫ — Көньяҡ Уралдағы Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы территорияһында урынлашҡан тау һырты.
Таштыҡоръятмаҫ һырты Башҡортостандың (Көньяҡ) Урал меридианы буйлап Әбйәлил ауылы киңлегенән Ҡушый ауылы киңлегенә тиклем һуҙылған.
Оҙонлоғо — 13 км, киңлеге — 2 км, иң бейек нөктәһе — Олотау (656 м).
Һырт ҡатламы башҡорт һәм турней эзбизташ һәм доломит ярустарынан тора.
Мағаҡ, Йәнгел йылға ҡушылдыҡтарының башланған урыны булып тора. Тау һырттары нигеҙендә Сыбаркүл күле ята.
Ландшафтын ҡарағай, ҡайын, япраҡлы ағастар урманы, һоро урман тупраҡлы тау далалары һәм ҡара тупраҡлы болон далалары тәшкил итә.
Топонимикаһы
Таштыҡоръятмаҫ һыртының исеме башҡорт телендәге һүҙҙәрҙән яһалған: «таш» — ташлы һәм «ҡоро ятмаҫ» — кипмәй торған, еүеш мәғәнәһен бирә.
Һылтанмалар
- ТАШТЫҠОРЪЯТМАҪ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.