Темәс ҡурғандары

Темәс ҡурғандары — һуңғы сармат мәҙәниәтенең археологик ҡомартҡыһы. II—III быуаттарға ҡарай. Баймаҡ районы Темәс ауылынан 2,5-3 км алыҫлыҡта Һаҡмар йылғаһының уң ярында «Ҡарағай морон» (башҡ. Ҡарағай морон)[1][2]. Географик яҡтан дала һәм урман-дала ландшафт-климатик зонала ята[3].

Тарихы

Археологик яҡтан 1963 йылда М. Х. Садиҡова, 1970—1972 йылдарҙа Н. А. Мәжитов, М. Ш. Рәзәпов өйрәнә. Тупраҡ өйөмлө ҡурған ҡәберлектәренә ҡарай. 19 ҡурған бар (диаметры 8-20 м, бейеклеге 0,5 м), уларҙың 7-һе ҡаҙылған. Ҡәберҙәге мәйеттәр баштары менән төньяҡҡа ҡарай арҡаһына ятҡырып ерләнгән. Баш һөйәктәре махсус рәүештә "һундарҙың матурлыҡ стандарты"на ярашлы үҙгәртелгән[4]. Захоронения имеют форму широких прямоугольных ям[3].. Ҡәбер соҡорҙары киң дүртмөйөш формаһында.

Парлы, коллектив (5-се һәм 7-се ҡурған — парлы ерләүҙәр, 3-сө һәм 8-се(2) ҡурған — коллектив[5]) ҡәберлектәр осрай. Керамика Урта Азия сәнғәтенә ҡараған көршәктәр һәм әүәләгән һауыттар менән һынлана. Ҡәберҙәрҙә бронза шөңгөрҙәр, тимер ҡаптырмалар (фибула), орнаментлы көҙгөләр, бронза һәм көмөш айылдар (бляшка), бронза һәм алтын алҡалар, бронза һәм тимер йөҙөктәр, тимер сым беләҙектәр, быяла, аҡыҡ, лигнит һәм таш мунсаҡтар, башҡа әйберҙәр осрай[6]. Алҡалар Көньяҡ Урал өсөн хас үҙенсәлектәргә эйә.

Материалдар РФА Өфө фәнни үҙәгенең Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ҡомартҡылар урынында тәүҙә музей-ҡурсаулыҡ ойоштороу ҡарала, әммә аҙаҡ ылыҫлы ағастар үҫтереү өсөн плантация өсөн һөрәләр.

Был ҡурғандарҙа табылған предметтар шулай уҡ Көнбайыш Ҡаҙағстандағы Лебедев ҡәберлегенең һуңғы сармат осоро ерләүҙәрендә осрай[7]. Мәҫәлән, Лебедев комплексындағы ҡурғанда табылған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн алтын айылдар Темәс ҡәберлектәрендәгенә оҡшаш[8].

Ҡара Ярҙан һәм Темәс ҡурғандарынан һуңғы сармат өлгөләрендә H2a1, T1a1, U5b2b, D4q митохондриаль гаплотөркөмдәре һәм R1a1a1b2-Z93 Y-хромосомалы гаплотөркөмө (YP3920[9] һәм FGC48758)[10]. билдәләнгән.

Иҫкәрмәләр

  1. «Ночь в музее» в Темясовском историко-краеведческом музее. Национальный музей Республики Башкортостан (22 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2016.
  2. ИКЦ Темясово. Темясовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2016. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2016 года.
  3. 1 2 И. Э. Любчанский. Этнокультурная ситуация в южном зауралье в первой половине 1 тысячелетия нашей эры. Библиотека истории. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2016. Архивировано 26 декабрь 2016 года.
  4. А. Ф. Яминов, С. А. Яминова. Историко-археологический и ландшафтный музей-заповедник «Ирендык» // Вестник Академии наук Республики Башкортостан.. — 2011. — Т. 16, № 3. Архивировано 25 декабрь 2016 года.
  5. С. А. Перевозчикова. Калачиковидные украшения на территории Евразии в первой половине I тыс. н. э. // Вестник Челябинского государственного университета.. — 2009. — Т. 36, № 31(135). Архивировано 15 март 2016 года.
  6. С. Г. Боталов. Гунны и тюрки. История мира. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2016.
  7. М. Г. Мошкова. Позднесарматские погребения Лебедевского могильника в Западном Казахстане. // Железный век // Краткие сообщения Института истории материальной культуры. Краткие сообщения Института археологии.. — М.: «Наука», 1982.
  8. М. Г. Мошкова. Женское погребение в кургане 2 из лебедевского могильного комплекса. Древние кочевые и некочевые народы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2016.
  9. R-YP3920 YTree
  10. Maja Krzewińska et al. Ancient genomes suggest the eastern Pontic-Caspian steppe as the source of western Iron Age nomads Архивная копия от 7 октябрь 2018 на Wayback Machine, 2018

Әҙәбиәт

  • |Пшеничнюк А. X., Рязанов М. Ш. Темясовские курганы позднесарматского времени на юго-востоке Башкирии. — В кн.: Древности Южного Урала. Уфа, 1976
  • А. Х. Пшеничнюк. Темясовские курганы. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2016.