Терек һырты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Терек һырты
Административ-территориаль берәмек Чечен Республикаһы, Төньяҡ Осетия — Алания, Ингушетия и Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы
Оҙонлоҡ
  • 165 km
Дәүләт
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 707 метр и 654 метр

Терек һырты (чеч. Регӏа, Теркан Дукъ, ҡаб.-черк. Тэрчытх, ҡум. Арек тавлар, Терик тагъымы; рус. Терский хребет) — Кавказ алды тау һырты, Терек йылғаһының уң ярында урынлашҡан Терек-Сунжа ҡалҡыулығы системаһындағы һырт. Административ яҡтан Чечня, Ингушетия, Төньяҡ Осетия һәм Ҡабарҙы-Балҡар республикалары территорияларында урынлашҡан. Һырттың Курп йылғаһы менән айырылған көнбайыш осо Арик һырты исеме менән йөрөтөлә.

Һырттың оҙонлоғо 165 (120[2]) Һырттың көнбайыш өлөшөндә Курп йылғаһы үҙәненән алып Зәбир-Йорт ауылына тиклем киңлек йүнәлешенә табан бара. Артабан һырт көньяҡ-көнсығышҡа борола, унан төньяҡ-көнбайышҡа тәпәшерәк Эльдар һырты тармаҡлана. Терек һәм Эльдар һырттары араһында Калаус үҙәне урынлашҡан. Терек һыртының үҙәк һәм көнсығыш өлөштәренең максималь бейеклеге 515 метрҙан артмай. Һырттың көньяҡ-көнсығыш йүнәлеше Хаян-корт тауына тиклем һаҡлана, унан һуң ул йәнә киңлек йүнәлешенә үҙгәрә. Бейек түбәләре: Токарев (707 м), Малғабәк (652 м)[2].

Һырт лёсс рәүешле мәте менән ҡапланған ҡомло балсыҡ ҡатламдарынан тора. Битләүҙәрендә — кәҫле ҡыяҡлы дала. Эҫе көкөртлө-углекислоталы сығанаҡтар бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рыжиков В. В., Зоев С. О., Гребенщиков П. А. Чечено-Ингушская АССР. — 2. — Гр.: Чечено-Ингушское книжное издательство, 1980. — 168 с. — 5000 экз.
  • Терек һырты — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]