Терновой (Миллерово районы)

Терновой — Ростов өлкәһе Миллерово районындағы утар. Ростов өлкәһе Тренев ауыл биләмәһенә инә.

Географияһы

Урамдар

  • Болон урамы,
  • Дала урамы,
  • Мәктәп урамы,
  • Туғандар урамы,
  • Уҡытыусылар тыҡрығы.

Тарих

Терновой утары 1925 йылда Мальчевско-Полненский районына (Миллерово-Глубокинский ауыл советына)инә. Утарҙа 65 йорт булып, унда 173 ир-ат һәм 210 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.

Иҫтәлекле урын

Археологик ҡомартҡылар

Ростов өлкәһе территорияһында неолит осоронда уҡ кешеләр йәшәгән. Уларҙың йылға буйҙарында йәшәгәндәре емеш-еләк йыйыу, балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән[4]. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ дала малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҙур көтөүлек була. Шул ваҡыттарҙа йәшәп, вафат булған кешеләрҙең ҡәберлектәре бында бик күп.Ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр дәүләт тарафынан закон буйынса һаҡлауҙа тора. Миллерово районының Терновой утары янында бер нисә иҫтәлекле урын — археологик ҡомартҡы бар. Улар «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» 25.06.2002 Федераль закондың 73-ФЗ ҡарар һәм 25.06.2002 «Ростов өлкәһе халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» Ростов өлкәһе Дәүләт башлығы 178-ЗС ҡарарына ярашлы рәүештә дәүләт тарафынан һаҡлауға алынған.

  • Ҡурған төркөмө "Журавка II" (2 ҡурған). Терновой утарынан төньяҡ-көнбайыштараҡ яҡынса 2,8 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған төркөмө "Лебяжий I" (2 ҡурған). Терновой утарынан көнбайыштараҡ яҡынса 4,0 км к востоку алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған төркөмө "Лебяжий II" (3 ҡурған).Терновой утарынан төньяҡ-көнсығышта 4,3 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған төркөмө "Лебяжий III" (3 ҡурған). Терновой утарынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 5,0 км алыҫлыҡта тора.
  • Урынлашҡан ер "Терновое I". Терновой утарынан Терновой утарынан көнбайышта 1,1 км алыҫлыҡта тора.
  • Тораҡ "Терновое II". Терновой утарынан көнбайышта 1,0 км алыҫлыҡта тора.
  • Тораҡ "Терновое III". Терновой утарынан төньяҡта 0,5 км алыҫлыҡта тора[5].

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә