Топаллер Анатолий Семёнович
Анатолий Семёнович Топаллер (13 ноябрь 1911 йыл — 16 ғинуар 1996 йыл) — совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, еңел бомбардировка авиация полкының эскадрилья командиры, подполковник (1945). Советтар Союзы Геройы (1940).
Биографияһы
Украинаның Луганск өлкәһенең өлкә үҙәгендә 1911 йылдың 13 ноябрендә тыуған. Паровоз төҙөү заводында модельщик булып эшләгән.
1929 йылдан Ҡыҙыл армия сафында. 1935 йылда Борисоглебский хәрби лётчиктар мәктәбен тамамлай. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан.
1940 йылдың мартына, тере көстәренә һәм техникаһына ҙур зыян килтереп, дошман ғәскәренә разведка яһау һәм бомбаға тотоу өсөн 25 хәрби осош яһай. 1940 йылдың 19 майында «фронтта күрһәткән батырлыҡтары һәм командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм батырлығы өсөн» капитан Анатолий Семёнович Топаллерға, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы званиеһы бирелә.
1941 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыһы. 1945 йылдан подполковник Топаллер запаста, ә һуңынан — отставкала. Украинаның Винница өлкәһенең Гайсин ҡалаһында йәшәй. 1996 йылдың 16 ғинуарында вафат була.
Сығанаҡтар
- Топаллер, Анатолий Семёнович. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2013.
- Булкин С. П. Герои Отечества. 2-е изд. Донецк: Донбас, 1977.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Подвиги, ставшие легендой. Донецк: Донбас, 1985.
- Анатолий Топаллер биография (в т. ч., фотография). // Cайт «Знаменитые люди планеты» (persones.ru) (Тикшерелеү көнө: 17 май 2017)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |