Трофимов Фёдор Егорович
Фёдор Егорович Трофимов (1938 йылдың 20 декабре, Ырымбур өлкәһе — 2009 йылдың 5 сентябре, Өфө) — рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003)[1].
Биографияһы
1938 йылдың 20 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Константиново ауылында тыуған.
1962 йылда К. А. Савицкий исемендәге Пенза педагогия училищеһының художество бүлеген тамамлай.
Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, 2009 йылдың 5 сентябрендә шунда вафат була.
Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Екатеринбург һынлы сәнғәт музейында, Хәрби Дан музейында (Өфө), Эске эштәр министрлығы музейында (Өфө), Күмертау ҡалаһының картиналар галереяһында (БР), Бөрө ҡалаһының картиналар галереяһында һаҡлана.
Эштәре
«Лучники Башкирского пединститута» (1983), «Поздняя весна», «Золотая осень», «Жаркий день», «Велосипедисты», «Автопортрет» һ.б. 1968 йылдан республика, зона, төбәк, бөтә рәсәй һәм бөтә союз күргәҙмәләренең ҡатнашыусыһы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента РБ от 14.08.2003 № УП-481 «О присвоении почетного звания „Заслуженный художник Республики Башкортостан“ Трофимову Ф. Е.» 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Трофимов Федор Егорович 2011 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған.