Тымыҡ океан һуғышы

Тымыҡ океан һуғышы (1879—1883) — Чилиҙың баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары булған территорияларҙы яулап алыу маҡсатында Перу һәм Боливияға ҡаршы һуғышы. Диңгеҙҙә өҫтөнлөк итеп чилиҙар еңеү яулайҙар һәм баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары булған территорияларҙы баҫып алалар.

Сәбәптәре

Чили баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарына бай булған Атакама сүле территорияһының Перу һәм Боливия өлөштәрен яулап алыу маҡсатында һуғышты башлап ебәрә[3].

Һуғыш барышы

undefined

1879 йылдың февралендә Чили ғәскәрҙәре Боливияға һөжүм итәләр. Боливия менән теләктәшлек килешеү төҙөгән Перу шул уҡ йылдың апрелендә һуғышҡа инә. Диңгеҙҙә хакимлыҡ итеп, чилиҙар йыл аҙағына ҡарай Боливия яр буйын һәм Перуның Тарапака провинцияһын баҫып алалар. Боливия фактик рәүештә һуғыштан сыға. 1880 йылдың апрелендә Чили флоты Перуның төп порты Кальяоны ҡамайҙар, ә 1881 йылдың ғинуарында илдең баш ҡалаһы Лиманы яулап алалар[3].

Селитра сығарыу монополияһы алған Бөйөк Британия Чилиға булышлыҡ күрһәткән, ә АҠШ был төбәктә нығыныу маҡсатында Перу һәм Боливияға ярҙам итергә вәғәҙә бирә[3].

Һуғыштың тамамланыуы һәм уның эҙемтәләре

1883 йылдың июлендә Чили ғәскәрҙәре тағы ла ике тапҡыр Перу ғәскәрҙәрен ҡыйраталар. Шул уҡ йылдың 12 июнендәге килешеүгә ярашлы Перу хөкүмәте Чилиға Тарапака провинцияһын ғүмерлеккә, ә Такна һәм Арика провинцияларын 10 йылға (ғәмәлдә тик Такна ғына 1929 йылда ҡайтарыла) тапшырырға мәжбүр була. 1884 йылдың 4 апрелендәге Валпараисо ҡалаһындағы Чили һәм Боливия араһындағы солохҡа ярашлы Боливия Антофагаста өлкәһен бирергә мәжбүр була һәм шуның менән ул диңгеҙгә сығыу юлынан мәхрүм ителә. Был торош 1904 йылғы Боливия һәм Чили араһында ҡул ҡуйылған тыныслыҡ килешеүендә нығытыла[3].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Querejazu Calvo Roberto. Guano, Salitre y Sangre. — La Paz-Cochabamba, Bolivia: Editorial los amigos del Libro, 1979.
  • Querejazu Calvo Roberto. Aclaraciones históricas sobre la Guerra del Pacífico. — La Paz, Bolivia: Editorial los amigos del Libro, 1995.
  • Kiernan, Victor (1955). «Foreign Interests in the War of the Pacific» (Hispanic American Historical Review) XXXV.