Атакама

Атака́ма сүле (исп. Desierto de Atacama) — Көньяҡ Американың көнбайыш яр буйында Чили территорияһында (көньяҡ киңлектең 22° һәм 27° араһында) урынлашҡан сүл. Майҙаны — 105 000 км2[1]. Тымыҡ океан һуғышына (1879—1883) тиклем Боливия составында булған.

Тасуирлама

Перу ағымы атмосфераның түбәнге ҡатламдарын һыуыта һәм яуым-төшөм (йылына 50 миллиметрҙан кәм) яуырға ҡамасаулаған температура инверсияһын барлыҡҡа килтерә. Ерҙең иң ҡоролоҡло урындарҙың береһе (һуңғы дүрт быуат дауамында бында ҙур күләмле яуым-төшөмдәр күҙәтелмәгән). Селитра, бура, иод, аш тоҙо, баҡыр ятҡылыҡтары бар.

Яр буйында ғинуарҙың уртаса температураһы 19—20 °C, июлдә — 13—14 °C. Ҡышын сүлдең ҡайһы бер төбәктәрендә йыш ҡына томандар, юғары дымлылыҡ күҙәтелә.

Үҫемлектәр бик һирәк осрай йәки бөтөнләй юҡ: урыны менән катустар һәм ҡыуаҡлыҡтар осрай. Фауна аҙ һанлы, ләкин яр буйы ҡаяларында балыҡ менән туҡланыусы ҡоштар колонияһы бар.

Сүл сигендә Тымыҡ океан яр буйында — Арика һәм Икике ҡалалары урынлашҡан.

undefined

Ерҙең иң ҡоро сүле. Атакама Көньяҡ Американың көнбайыш яр буйында Чилиның төньяғында урынлашҡан һәм көнбайышта Тымыҡ океан, төньяҡта — Перу, көнсығышта — Боливия һәм Аргентина менән сиктәш.

Сүлдең ҡайһы бер урындарында бер нисә тиҫтә йыл эсендә ямғыр бер тапҡыр яуа. Чилиның Антофагаста өлкәһендә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 1 мм тәшкил итә. Атакаманың ҡайһы бер метеостанциялары бер ҡасанда ямғыр яуыуын теркәмәгән. Атакамала 1570 йылдан 1971 йылға ҡәҙәр ҙур яуым-төшөмдәр булмауы хаҡында дәлилдәр бар[2]. Был сүлдә иң түбән һауа дымлылығы теркәлгән: 0%[3].

Галерея

Панорамный снимок вблизи Паранальской обсерватории, высота около 2600 метров над уровнем моря
Панорамный снимок вблизи Паранальской обсерватории, высота около 2600 метров над уровнем моря
Закат над обсерваторией Ла-Силья (южная часть пустыни Атакама)
Закат над обсерваторией Ла-Силья (южная часть пустыни Атакама)

Иҫкәрмәләр

  1. Wright, John W., ed. (2006). The New York Times Almanac. — 2007. — New York: Penguin Books, 2006. — P. 456. — ISBN 978-0-14-303820-7.
  2. Wright John W. (ed.). The New York Times Almanac. — 2007. — New York, New York: Penguin Books, 2006. — P. 456. — ISBN ISBN 0-14-303820-6.
  3. Boehm Richard G. The World and Its People. — 2005. — Columbus, Ohio: Glencoe, 2006. — P. 276. — ISBN ISBN 0-07-860977-1.

Һылтанмалар

Ҡалып:Пустыни мира