Түбәнге Серге

Түбәнге Серге (рус. Ни́жние Серги́) — ҡала, Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районы үҙәге.

Географияһы

«Түбәнге Серге муниципаль районы» муниципаль берәмеге Түбәнге Серге ҡалаһы — «Түбәнге Серге ҡала биләмәһе» муниципаль берәмегенең административ үҙәге. Ул Урта Уралдың көнбайыш битләүендә, Екатеринбург ҡалаһының көнбайыш-көньяҡ-көнбайышында, унан 82 километр алыҫлыҡта (автотрасса буйынса 98 км), башлыса Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы Серге йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ҡаланың көнсығыш өлөшөндә Түбәнге Серге быуаһы төҙөлгән.

Ҡалала Свердловск тимер юлының Түбәнге Серге тимер юл станцияһы бар, ул Чусовская — Дружинино — Бирҙәүеш йүнәлешен хеҙмәтләндерә. Ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә «Түбәнге Серге» шифаханаһы урынлашҡан[3].

Ҡала тарихы

Түбәнге Серге ҡалаһы, хәҙерге Урал ҡалаларының күбеһе кеүек үк, мәғдәнселек сәнәғәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән. 1743—1744 йылдарҙа башҡорттарҙан алынған ерҙәрҙә Никита Демидов суйын һәм тимер эшкәртеү заводы төҙөй. Завод 1789 йылда Михаил Павлович Губинға һатылған.

1963 йылдың 1 февралендә Түбәнге Серге ҡалаһы өлкә буйһоноуындағы ҡалалар иҫәбенә индерелә, ә ҡаланың Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы Свердловск Хеҙмәтсәндәр депутаттарының өлкә советы ҡарамағына тапшырыла[4].

Этимологияһы

Ҡаланың исеме үҙе ярында урынлашҡан Серге йылғаһынан килеп сыҡҡан, Түбәнге билдәләмәһе иһә йылғаның түбәнге ағымында булыуын күрһәтә, ә йылға үрендә Үрге Серге ҡасабаһы көн итә. Атаманы коми теленән килеп сыҡҡан тиеүселәр бар, мәгәр "Башҡортостан Республикаһы топонимдары һүҙлеге"ндә Ҡариҙел йылғаһының был ҡушылдығы атамаһы башҡорт телендәге серге һүҙенән алынған тип яҙылған[5]

Климаты

Ғинуарҙың уртаса температураһы −16 °C, июлдә — яҡынса +17 °C. Яуым-төшөм йылына яҡынса 500 мм.

Халҡы

Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value). 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡала халҡы һаны буйынса Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһынан 958-се урында булғанБөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала урында[6] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[7]). .

Шифахана

Түбәнге Серге — Уралдағы иң әүәлге бальнеологик курорттарҙың береһе. Төп дауалауҙың тәбиғи факторҙары булып шифалы һыуы тора. Бында ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауаларға киләләр[8].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  4. ipravo.info. Об укрупнении сельских районов, образовании промышленных районов и изменении подчиненности районов и городов Свердловской области - Российский Правовой Портал. ipravo.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2018. Архивировано 20 май 2018 года. 2018 йылдың 20 май көнөндә архивланған.
  5. Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — 175-се бит. — ISBN 5-295-03192-6
  6. с учётом городов Крыма
  7. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
  8. 5 знаменитых курортов Среднего Урала и их окрестности. Издательство «Малыш и Карлсон», Реж, 2008.