Түргеяҡ (ҡасаба)
Түргеяҡ — (рус. Тургояк) — Рәсәй, Силәбе өлкәһендәге ҡасаба (2004 йылға тиклем — ҡала тибындағы ҡасаба). Административ яҡтан Мейәс ҡала округының бер өлөшө. Халҡы — 2618 кеше (2010). Ҡасабаның төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 4,5 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 2 км. Ауылда утыҙ һигеҙ урам бар.
Географияһы
Ауыл Илмән тауҙарының көнсығыш яғында, Түргеяҡ күленең көнсығыш яры менән Мейәс йылғаһының көнбайыш яры араһында, Мейәс I тимер юл вокзалынан 18 км төньяҡта урынлашҡан. Ауылдан йыраҡ түгел Илмән ҡурсаулығы урынлашҡан. Түргеяҡ ҡасабаһы көнсығыштан Мейәс ҡалаһының Машҡаласыҡ торлаҡ массивы менән сиктәш.
Тарихы
Түргеяҡ беренсе тапҡыр 1756 йылда телгә алына, шул осорҙа бында Алтынтамаҡҡа (Златоустҡа), ә һуңғараҡ Мейәс баҡыр иретеү заводына эшкә тәүге күсенеп килеүселәр төпләнә башлай. Башта былар Тула, Орел, Рязань губернаһы крепостнойҙары була.
Ауыл 1761 йылдан Златоуст заводтарының мәғдән шахтаһы урынлашҡан булыуы менән билдәле. Ауыл халҡы ярҙамсы эштәр менән шөғөлләнә: заводтар өсөн күмер яндыра, төҙөлөш ағасы, утын әҙерләү һәм бесән эшләү менән шөғөлләнә[4] 1774 йылда Түргеяҡта Емельян Пугачев ғәскәре урынлашҡан һәм, ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, бында Златоустҡа һөжүм итер өсөн көс туплаған. Пугачевтың булып китеүе ҡайһы бер атамаларҙа сағылыш таба — Пугачев яланы Пугачевская поляна, Пугачев мәмерйәһе Пугачевская пещера, Пугачев имеш алтын йәшергән Йәнәшкүл һәм башҡалар.
1881 йылда Михаил Архангел сиркәүе төҙөлгәндән һуң, ауылға ҡасаба статусы бирелә.
1882 йылда Түргеяҡта дамба төҙөлә, унда тәүге икмәкхана һәм тирмән асыла, дамба шулай уҡ күпер функцияһын да үтәй. Улар ҡала пляжы биләмәһе янында урынлашҡан була.
1861 йылда ауыл тормошонда мөһим ваҡиға була. Түргеяҡ ауылы эшселәре Златоуст заводы эштәренән азат ителә. Кешеләргә ер бүлеп бирәләр һәм крепостнойҙар ирекле кешеләр рәтенә инә. XIX быуаттың 80-се йылдарына ауыл сауҙа-кәсепселек үҙәгенә әүерелә.
1866 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса ҡасабала 180 йорт-ихата иҫәпләнә, 1041 кеше йәшәй.
20-се быуат башында Түргеяҡ яңы сифат ала — ял итеү урынына әйләнә.
1930 йылда коллективлаштырыу башланыу менән «Красноуралец» колхозы ойошторола, ул 1940 йылдарға тиклем эшләп килә, колхозға урындағы берләшкән кәсепселәрҙең ауыл хужалығы кредит ширҡәте лә инә.
1940 йылда колхоздың бөтә ерҙәре «Ударник» артеленә тапшырыла.
1942 йылда ауылға ҡасаба статусы бирелә.
70-се йылдар башынан Түргеяҡ туризм һәм ял итеүҙе ойоштороу йәһәтенән таныла. 90-сы йылдарҙа туризм өлкәһе бөлгөнлөккә төшә.
90-сы йылдар аҙағына, Түргеяҡта төҙөлөш үҫеш кисерә, иҫке йорттар һәм баҡса ерҙәре күпләп һатып алына. Ҡайһы бер урамдар тулыһынса тиерлек яңы биналар менән алыштырыла, элек буш ятҡан ерҙәрҙә яңы биҫтәләр ҡалҡып сыға, ауыл инфраструктураһы үҫешә[5]
Хәҙерге ваҡытта курорт ҡасабаһы әһәмиәтендә һаҡланып ҡала, бында «Түргеяҡ» ял йорто һәм бер нисә ҡунаҡхана урынлашҡан, коттедждар төҙөлөшө йылдам алып барыла. 2006 йылда ял йорто һәм ял ҡомлоғо янында 10 ҡатлы торлаҡ йорт төҙөп тапшырылған.
Халыҡтың күпселеге Урал автомобиль заводында эшләй.
Этимологияһы
Түргеяҡ ауылы атамаһы күл атамаһынан алынған. Күл атамаһы иһә башҡорт телендәге «түрге яҡ» һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Урал аръяғының күп күлдәре тигеҙлектәурынлашҡан. Түргеяҡ ҡалҡыулыҡта, Урал һәм Илмән тауҙары араһында ята[6][7].
Халҡы
Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Поселку Тургояк — 245 лет//Миасский рабочий,29 сентября 2001 года
- ↑ [1](недоступная ссылка)
- ↑ Шувалов Н. И. Инышко// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области