Төлкө менән һайыҫҡан (әкиәт)

Төлкө менән һайыҫҡан (рус. Лиса и сорока (башкирская сказка)) — хайуандар тураһында башҡорт халыҡ әкиәте. Халыҡ-ара әкиәт сюжеттары күрһәткесендә АТ 56 А — «Төлкө аҡылһыҙ ҡоштан бала талап итә» сюжет тибына инә[1].

Сюжеты

Төлкө ағас башында оялаған ҡарағоштоң балаларын ашарға теләй. Ул ҡарағоштан бер балаһын төшөрөп биреүен талап итә һәм уны үҙен дә, балаларын да ашайым тип ҡурҡыта. Ҡарағош ҡурҡып, бер балаһын төлкөгә бирә. Төлкө икенсе тапҡыр килеп, тағы бер балаһын ашап китә.

Был хәлдәрҙе һайыҫҡан күҙәтеп тора. Ул ҡарағошҡа, төлкө тағы килһә, балаһын төшөрөп бирмәҫкә, ә уға «Үҙең ояға менеп аша» тип әйтергә кәңәш итә.

Төлкө өсөнсө тапҡыр килгәндә, ҡарағош һайыҫҡандың кәңәшен тота. Ул балаһын бирмәй һәм төлкөгә ағас башына менеп балаларын алырға ҡуша. Төлкө артҡа сигенә лә ағасҡа менергә ынтыла. Ул ағасҡа бәрелеп, тештәрен һындара.

Төлкө был хәйлә һайыҫҡандыҡы икәнен аңлай һәм унан үс алырға ҡарар итә. Ул батҡаҡҡа буялып, һайыҫҡанды эҙләп китә. Ҡая тау башында һайыҫҡанды табып, ҡарағошҡа кәңәш биреү-бирмәүен һорай. Һайыҫҡан кәңәш биргәнен таный.

Һайыҫҡан үҙенең ата-бабаларын үлтергән кеүек, төпһөҙ биҙрәгә һалып ҡаянан төшөрөргә тигән яза һорай. Төлкө уны төпһөҙ биҙрәгә һала, ә һайыҫҡан биҙрәнән осоп сығып китә һәм ҡотола.

Яҙып алыныуы һәм сюжет күрһәткесе

Әкиәтте 1963 йылда Р. Ғәлимов Салауат районы Әлкә ауылында Х. Зиннәтуллиндан яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады»ның XIII томында ул 44-се номер аҫтында баҫылған[1].

Сюжет халыҡ-ара әкиәт сюжеттары күрһәткесендә АТ 56 А тибына ҡарай. Томға бирелгән аңлатмала уның тарихы «Калила һәм Димна» (рус.)баш. һәм Көнсығыштың башҡа әҙәби ҡомартҡылары менән бәйле булыуы күрһәтелә. Шулай уҡ ҡаҙаҡ, үзбәк һәм көнсығыш славян халыҡтарының әкиәттәрендә сюжеттың оҡшаш варианттары булыуы билдәләнә.[1]

Баҫмалары

Әҫәр башҡорт телендә 1976 йылда күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады»ның 1-се китабында № 7 (Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 1-се китап. / Төҙөүселәре М. Х. Минһажетдинов менән Ә. И. Харисов, инеш мәҡәлә яҙыусы М. Х. Минһажетдинов, аңлатмалар биреүсе Л. Г. Бараг менән М. Х. Минһажетдинов. Яуаплы редакторы Н. Т. Зарипов. Өфө, 1976. 374 б.)[1], рус телендә 1989 йылда баҫылған 4-се томда № 93 менән баҫылған (Башкирское народное творчество. Волшебные сказки. Сказки о животных. / Сост. Н. Т. Зарипов. Вступ. ст., коммент. Л. Г. Барага и Н. Т. Зарипова. Уфа, 1989. 510 с.)[2].

Әкиәт рус телендә «Волга родная: сказки Башкирии, Татарии и Чувашии» йыйынтығында 107-се биттә баҫылған. Китап 1986 йылда Ленинградта «Лениздат» нәшриәтендә донъя күргән[3].

«Башкирские народные сказки» йыйынтығында 1987 йылда «Лиса и сорока» исеме менән баҫылған. Әҫәр йыйынтыҡтың 20-21-се биттәрендә урынлашҡан[4]

2025 йылда әкиәт Р. М. Зәйтүнова төҙөгән һәм А. Вәсилов һүрәтләгән «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» йыйынтығында яңынан баҫылған. Китап «Китап» нәшриәтендә Өфөлә донъя күргән[5].

Фольклор архивында

Әкиәттең тексы Башҡорт дәүләт университетының Фольклор архивының электрон баҫмаһында ла урынлаштырылған. Архив яҙмаһында ул хайуандар тураһындағы әкиәт булараҡ күрһәтелгән[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Башҡорт халыҡ ижады: 13-се том. Хайуандар тураһында әкиәттәр / Төҙ., инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Г. Р. Хөсәйенова; яуаплы ред. Ф. А. Нәҙершина. — Өфө: Китап, 2009. — С. 61, 157. — 200 с. — ISBN 978-5-295-04690-2.
  2. Сост. Н.Т. Зарипов. Башкирское народное творчество. Волшебные сказки. Сказки о животных. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989. — С. 404, 487. — 510 с.
  3. Волга родная: сказки Башкирии, Татарии и Чувашии / Составитель, автор послесловия и комментариев М. Н. Юхма; художник Б. А. Аникин. — Ленинград: Лениздат, 1986. — С. 107. — 431 с. — (Библиотека народно-поэтического творчества).
  4. Башкирские народные сказки. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987. — С. 20—21. — 120 с.
  5. Национальная библиотека Республики Башкортостан. Книжные новинки. Национальная библиотека Республики Башкортостан (2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2026.
  6. Төлкө. Фольклорный архив Башкирского государственного университета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2026.

Һылтанмалар

© Правообладателем данного материала является АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».
Использование данного материала на других сайтах возможно только с согласия АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».

Категориялар