Төньяҡ ҡунаҡхана (Петрозаводск)

Ҡалып:Гостиница

«Төньяҡ» ҡунаҡханаһыКарелия Республикаһының Петрозаводск ҡалаһындағы иң боронғо ҡунаҡхана. Ул ҡаланың Ленин проспектындағы бина. Был бина ҡаланың тарихи үҙәгендә ҡала төҙөлөшөнөң доминантаһы һәм төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы.

Тарих

XХ быуат башында Петрозаводскиҙа ҡунаҡхана булмайынса, ҡалаға килгән ҡунаҡтар өсөн бары тик мебелле бүлмәләр генә урынлашҡан булған. 1930 йылда ҡаланы төҙөү перспектива планында властар тарафынан 182 номерлыҡ ҡунаҡхана төҙөү ҡарала һәм уның өсөн урын билдәләнә— был участка Ленин проспекты һәм Энгельс урамдары киҫелешендә тора. 1934 йылда бина беренсе проекты бауйынса төҙөлә, 1939 йылдың 1 мартында төҙөлөш тулыһынса тамамлана[3].

1941 йылдың ноябренә тиклем, немец-фин самолеттары бинаны зыянлағанға тиклем учреждение ҡунаҡтарҙы ҡабул итә, 1944 йылда бина тулыһынса емерелеп, ғәмәлдән сыға. Артабан Бөйөк Ватан һуғышынан һуң 1945 йылдың йәйендә «Төньяҡ» ҡунаҡханаһын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Өс йылдан һуң «Төньяҡ» ҡунаҡханаһы элекке нигеҙендә тергеҙелә һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итә башлай[3].

XXI быуатта ҡунаҡханала иң беренсе эшлекле һөйләшеүҙәр һәм осрашыуҙар өсөн зал, спорт-һауыҡтырыу үҙәге, матурлыҡ салоны, ҡәһүәхана, билдәле компанияларҙың бер нисә офисы асыла[4].

1997 йылда РФ Госстрой коллегияһы ҡарары буйынса «Төньяҡ» ҡунаҡханаһы Рәсәй провинция ҡунаҡханалары араһында иң яҡшы тип таныла. 2004 йылда ул «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары» программаһында «Хеҙмәт күрһәтеү» номинацияһында сифат дипломын яулай.

Архитектура

Тәүге «Төньяҡ» ҡунаҡханаһы 1939 йылда конструктивизм рухында төҙөлә, проект архитекторы - Юрий Русанов (ул Петрозаводскиҙа һуғышҡа тиклем байтаҡ йорттар төҙөгән)[5]. Ю Русанов Ленин проспекты яғында дүрт ҡатлы корпус һәм Энгельс урамы яғынан шулай уҡ дүрт ҡатлы корпусты урамдар киҫелешенә фасады менән ҡаратып, урталағы фасадын ярым түңәрәк өлөшлө итеп тоташтырып ҡуйған[6].

undefined

Немец-фин оккупацияһы ваҡытында ҡунаҡхана бинаһы тулыһынса тиерлек ҡыйратыла. Уның һуғыштан һуңғы тергеҙеү проектының архитекторы Кусиэль Гутин була, ул бинаға байтаҡ үҙгәрештәр индергән, йорттоң киңлек һәм күләм композицияһын һәм фасадының стилен бер аҙ үҙгәрткән. Бинаны неоклассицизм традицияларында тергеҙелгән[7]. Бинаның ҡиәфәтен яҡшыртыу маҡсатында ҡабырғала торған корпустарҙың бейеклеген өс ҡат кимәлендә кәметкән, ә үҙәктәге ярым туңәрәк өлөшө өҫтөнә аттик күтәрткән, декоры классик ордер формаларын алған һәм аҡ төҫтәге һылап семәрләнгән биҙәүестәр менән мул биҙәлгән, улары бинаның ҡыҙыл-һоро кирбесенә контраст булып айыпылып тора[6].

Һаҡлау

2013 йылда Карелия Республикаһы Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә «Төньяҡ» ҡунаҡхана бинаһы Дәүләт берҙәм мәҙәни мираҫ объекттары реестрына төбәк әһәмиәтендәге архитектура һәйкәле сифатында индерелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Приказ Министерства культуры Республики Карелия № 415 от 23.10.2008
  2. Распоряжение Правительства Республики Карелия № 418р-П от 02.07.2013
  3. 1 2 История гостиницы. Гостиница «Северная». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2020. 2020 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
  4. 26 марта 1939 г. (70 лет) - В г. Петрозаводске открылась гостиница «Северная» (ныне – МП Гостиница «Северная»). Национальная библиотека Республики Карелия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2020.
  5. Елена Ициксон. Реквием по кинотеатру «Сампо» (1 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2020.
  6. 1 2 Здание гостиницы "Северная". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2020.
  7. Истории о созидателях: кто и как восстанавливал города после Великой Отечественной войны. ТАСС (8 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2020.