Унимак
Унимак (ингл. Unimak Island) — Алеут утрауҙарының иң көнсығыш һәм иң ҙур утрауы. Майҙаны буйынса Америка Ҡушма Штаттарында 9-сы, ә ер йөҙөндә 134-се урын (4069,9 км²).
Тасуирлама
Утрауҙа алты янартау урынлаша, шуларҙың араһынан Шишалдин янартауы ер йөҙөндәге иң әүҙем янартауҙар исемлегенә инә. Халыҡ һаны 64 кеше һәм улар утрауҙың берҙән бер Фалсе Пас ҡасабаһында йәшәйҙәр. 1903-сө йылда Scotch Cap Light маяғы төҙөлә. Уның ҡоролошо көсәйтелгән тимер-бетондан эшләнгән була, шуға ҡарамаҫтан 1946-сы йылдың 1 апрелендә цунами арҡаһында маяҡ юҡҡа сыға.
Һылтанмалар
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.