Уэльс принцы утрауы (Канада)
Уэльс принцы утрауы (ингл. Prince of Wales Island) — Канада Арктика архипелагы составындағы утрау.
Географияһы
Бутия ярымутрауынан төньяҡ-көнбайышҡа табан урынлашҡан. Канада территорияһының бер өлөшө булып тора. Уэльс принцы утрауы башлыса эзбизташтарҙан яһалған. Майҙаны 33 339 км². Ҙурлығы буйынса донъяла 40сы һәм Канадала 10сы урынды биләй. Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо 2576 км[1]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 320 метрға тиклем (73°49′ с. ш. 97°50′ з. д.GЯO).
Уэльс принцы утрауы Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды тарафынан бүленгән Урта арктик тундраһы (ингл. Middle Arctic tundra) төньяҡ америка экологик регионына керә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Atlas of Canada. List of Islands 2013 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- [ Уэльского Принца остров] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә