Фазуллин Йыһанур Йосоп улы

Фазуллин Йыһанур Йосоп улы (1 май 1955 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп эшмәкәре. Физика‑математика фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2014). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).

Биографияһы

Йыһанур Йосоп улы Фазуллин 1955 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған.

1978 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1984 йылдан ошо юғары уҡыу йортонда эшләй. 2010 йылдан математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты деканы[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми тикшеренеүҙәре һыҙыҡлы операторҙарҙың спектраль теорияһына һәм уның математик физикалағы ҡушымталарына арналған.

Ғалим тарафынан Гильберт арауығындағы үҙэйәртеүле абстракт операторҙарҙың болартыуҙары өсөн регулярланған эҙҙәрҙең формулаларын тикшереү һәм иҫбатлау ысулы табылған, уның нигеҙендә теләһә ниндәй (һайлап алынған) болартыуҙар өсөн яҡшыртылмай торған һөҙөмтә алынған; математика физиканың ике үлсәмле булған моделле болартыуҙары өсөн эҙҙәр формулаһы һәм башҡа сығарылған.

30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).

Ғилми хеҙмәттәре

  • Асимптотика собственных чисел и формула следа возмущения оператора Лапласа на сфере S2S2. В. А. Садовничий, З. Ю. Фазуллин. Матем. заметки, 77:3 (2005), 434–448
  • Неядерные возмущения дискретных операторов и формулы следов Х. Х. Муртазин, З. Ю. Фазуллин Матем. сб., 196:12 (2005), 123–156
  • Регуляризованный след двумерного гармонического осциллятора З. Ю. Фазуллин, Х. Х. Муртазин Матем. сб., 192:5 (2001), 87–124

Һылтанмалар