Федорчак Александр Сергеевич

Федорчак Александр Сергеевич (29 июль 1996 йыл, Ҡырым Автономиялы Республикаһы24 март 2025 йыл, Луганск Халыҡ Республикаһы) — «Известия» телеканалы мультимедиа мәғлүмәт үҙәгенең хәрби хәбәрсеһе[1].

Биографияһы

Александр Сергеевич Федорчак 1996 йылдың 29 июлендә Ҡырым Автономиялы Республикаһының Нижегородка ҡасабаһында тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң Симферополь ҡалаһына күсә. 2013 −2018 йылдарҙа[2] Таврида Милли Университетында (Ҡырым яҙы ваҡиғаларынан һуң юғары уҡыу йорто Ҡырым федераль университеты тип үҙгәртелә), славян филологияһы һәм журналистика факультетында уҡый[3].

Карьераһы

  • 2018—2022 йылдарҙа «Ҡырым 24» телеканалы мөхәррире
  • 2022—2023 йылдарҙа «Звезда» телеканалының махсус хәбәрсеһе[4]
  • 2024 йылдан — «Известия» телеканалы мультимедиа мәғлүмәт үҙәгенең хәрби хәбәрсеһе.

«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә журналист 2025 йылдың 19 мартында Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә эшләүен белдерә: «Бында фронт ике яҡтан да әүҙем һәм хәүефлерәк булып китте кеүек! Әммә һөжүм дауам итә!»[2].

Үлеме

2025 йылдың 24 мартында Александр Федорчактың һәләк булыуы тураһында мәғлүм була. Уның һуңғы репортажы — Харьков өлкәһенең Купянск йүнәлешендәге хәл-торош тураһындағы репортажы 23 мартта эфирға сыға[4]. Журналист Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Харьков өлкәһе территорияһында эшләй[5]. Уның менән бергә «Звезда» телеканалы операторы Андрей Панов, төшөрөү төркөмө водителе Александр Сиркев һәләк була, «Звезда» хәбәрсеһе Никита Гольдин ауыр яралана[6]. Журналистар ултырған граждан машинаһына Украина ҡораллы көстәре ике M142 HIMARS ракетаһы менән тура һөжүм итә[7].

Реакция

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова, Александр Федорчактың Донбассты яҡлау буйынса махсус операцияла һәләк булыуы — Украина етәкселегенең һүҙ азатлығына ҡаршы яңы енәйәте, һәм был онотолоуға дусар булырға тейеш түгел, тип белдерҙе[5].

Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксёнов[ru] «Известия» хәрәсеһе Александр Федорчактың махсус хәрби операция зонаһында һәләк булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашты[8].

БМО «Известия» хәбәрсеһен үлтереүҙе ғәйепләне[9], БМО генераль секретарының рәсми вәкиле урынбаҫары Фархан Хак был эш буйынса тикшеренеү үткәрергә саҡырҙы[10].

Рәсәй Федерацияһының тәфтиш комитеты тәфтишселәре журналистарҙың һәләк булыуы факты буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 105-се, 144-се, 167-се статьялары буйынса (үлтереү; журналистарҙың законлы һөнәри эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ булдырыу; сит кеше милкен белә тороп юҡҡа сығарыу йәки зыян килтереү) енәйәт эше ҡуҙғатты[11].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Бурысына тоғролоҡ өсөн» ордены (үлгәндән һуң)[12].

Иҫкәрмәләр

  1. Корреспондент «Известий» Александр Федорчак погиб в зоне СВО (24 март 2025). 24 март 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 Журналист «Известий» Александр Федорчак погиб в зоне СВО (24 март 2025). 24 март 2025 тикшерелгән.
  3. Интервью с военнным корреспондентом. project9566485. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2025.
  4. 1 2 «Известия» сообщили о гибели своего корреспондента в зоне спецоперации (24 март 2025). 24 март 2025 тикшерелгән.
  5. 1 2 Коллеги выразили соболезнования в связи с гибелью корреспондента «Известий» Федорчака (24 март 2025). 24 март 2025 тикшерелгән.
  6. Корреспондент "Звезды" Никита Гольдин получил тяжелое ранение при атаке ВСУ. rg.ru (24 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2025.
  7. Оператор телеканала "Звезда" и водитель съемочной группы погибли в зоне СВО. m24.ru (24 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2025.
  8. Аксенов выразил соболезнования в связи гибелью военкора "Известий" Федорчака (24 март 2025). 24 март 2025 тикшерелгән.
  9. ООН осудила убийство корреспондента "Известий" Федорчака (24 март 2025). 24 март 2025 тикшерелгән.
  10. В ООН призвали провести расследование гибели корреспондента «Известий» Федорчака (24 март 2025). 24 март 2025 тикшерелгән.
  11. СК возбудил дело по факту гибели журналистов МИЦ "Известия" и телеканала "Звезда" (24 март 2025). 24 март 2025 тикшерелгән.
  12. В Крыму военкора Федорчака посмертно наградят орденом "За верность долгу" (25 март 2025). 25 март 2025 тикшерелгән.

Һылтанмалар