Филдәр көнө

Милли фил көнө, йәки Чанг-тай көнө (тай. วันช้างไทย) — Таиландта 13 мартта билдәләнгән милли байрам. Был көндө будда йолалары үткәрелә, ә филдәр өсөн байрам төшкө аштар ойошторола. Был көн Таиландта ял көнө.

Байрам идеяһын Тай Азия филдәр ойошмаһы (ингл. Asian Elephant Foundation of Thailand) һәм Тай филдәрен һаҡлау буйынса координация комитеты (ингл. Coordinating Subcommittee for the Conservation of Thai Elephants) индерә. Байрам көнө итеп 13 март һайлана, сөнки 1963 йылдың 13 мартында Король урман департаменты (ингл. Royal Forest Department) аҡ филде Таиландтың милли хайуаны тип иғлан итә[1]. Байрам рәсми рәүештә Таиланд хөкүмәте тарафынан 1998 йылдың 26 майында иғлан ителә.

Иҫкәрмәләр

  1. National Elephant Day Celebrated in Thailand | Chiang Rai Times English Language Newspaper. www.chiangraitimes.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2016. Архивировано 14 октябрь 2016 года.

Категориялар