Фридрих Акель
Фридрих Акель (эст. Friedrich Akel; 5 сентябрь 1871 йыл), Халлисте, Вильяндимаа — 3 август 1941 йыл, Таллин) — Эстония дәүләт эшмәкәре, дипломат, табип.
Белеме
Табип
Юрьевск университетының клиникаһында ассистент була, Рига офтальмология клиникаһында табип Варшавала Уяздов госпиталендә табип. 1902—1904 йылда — күҙ табибы. 1905—1912 йылдарҙа Ревелдә (артабан — Таллин) күҙ табибы. Табип фронтта була. 1904—1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында табип. 1907 йылда — эстон табиптарының шәхси клиникаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Таллин ҡала думаһының рәисе, почетлы мировой судья була.
Дипломат һәм сәйәсмән
Төньяҡ- Балтик табиптар берләшмәһенең һәм Таллин халыҡ мәғарифы йәмғиәтенең ағзаһы булып тора. «Калев» спорт йәмғиәтенең рәисе. Таллин ссуда-һаҡлыҡ ширҡәтенең ағзаһы һәм рәисе, һуңынан таллин Krediitpank (Кредитбанктың) ағзаһы һәм рәисе. 1920—1922 йылдарҙа — Эстония инжил лютеран сиркәүенең донъяуи консистория вице-президенты.
1922—1923 йылдарҙа — Финляндияла Эстония илсеһе. 1923—1924, 1926—1927, 1936—1938 — сит ил эштәре министры. 1924 йылдың 26 мартынан 16 декабренә тиклем — дәүләт аҡһаҡалы (дәүләт башлығы), ул был вазифаны биләгән осорҙа коммунистар дәүләт түңкәрелеше башҡарырға маташалар. (1924 йылдың 1 декабре), әммә был уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. Акель хөкүмәте ағзаларының береһе — Карл Карк юл бәйләнеше министры — үлтерелә, ә дәүләт аҡһаҡалы үҙе тере ҡала.
1928—1934 йылдарҙа — Швеция һәм Данияла илсе, 1934—1936 йылдарҙа — Германия һәм Голландияла илсе. Рийгикогуның (парламент) икенсе, өсөнсө һәм алтынсы саҡырылыш ағзаһы була. 1924—1931 йылдарҙа — Эстон олимпия комитеты рәйесе, 1927—1932 йылдарҙа — Швеция Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы.
Вафат булыуы
1940 йылдың 17 октябрендә НКВД органдары тарафынан ҡулға алына, 1941 йылда атыла.
Библиография
- Эстонский биографический словарь. Таллин, 2002.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Friedrich Karl Akel // Eesti spordi biograafiline leksikon (эст.)
- ↑ 1 2 Friedrich Akel // Eesti biograafiline andmebaas ISIK (эст.)
Һылтанмалар
- Биография
- Биография 2007 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.