Футбол буйынса Европа чемпионаты талисмандары
Футбол буйынса Европа чемпионаты талисмандары — футбол бәйгеһенә уңыш китереүсе талсым. 1980 йылдан Европа чемпионаты футбол талисмандары «яҡлауы» аҫтында үткәрелә. Беренсе талисман Пиноккио, Италияла үткәрелгән Европа чемпионатында ҡатнаша. Шул ваҡытан башлап, барлығы 8 талисман булдырылған.
| Чемпионат | Талисман(дар) | Тасуирлама | Фоторәсем |
| Италия 1980 |
Пиноккио |
Итальяндар яратҡан әкиәт геройы. Ҡабатланмаҫ был талисмандың танауына Итталия флагы танауына төшөрөлгән.[1][2] | |
| Франция 1984 |
Пено |
Франция йыйылма командаһы формаһын кейгән, ҡулына туп тотҡан әтәс.[3] | |
| ГФР 1988 |
Берни |
Футболсының мөһим сифаттарын саҡылдырған, шәп йүгерергә һәм һикерергә белгән йорт ҡуяны. | |
| Швеция 1992 |
Йорт ҡуяны |
Швеция йыйылма командаһы формаһын кейгән йорт ҡуяны. | |
| Англия 1996 |
Голиаф |
Ҡулына туп тотҡан Арыҫлан. | |
| Бельгия / Нидерланд 2000 |
Бенелаки |
Беренсе тапҡыр ике илдә үткәрелгән чемпионат талисманы тәҡдим ителгән биш мең өлгөнән һайлап алына. Берҙән, Benelucky атамаһы Белгия, Нидерланд һәм Люксембург исемдәренең баш өлөшөнән торһа, икенсенән, латынса «bene» (яҡшы) һәм инглизсә «lucky» (юллыҡлы) һүҙҙәренән яһалғанлыҡтан, турнирға ыңғай күренеш бирә. | |
| Португалия 2004 |
Кинас |
Португалия йыйылма командаһы формаһын кейгән малай. | |
| Австрия / Швейцария 2008 |
Трикс һәм Фликс |
Warner bros. Consumer Products компанияһы уйлап сығарған игеҙәктәр. Улар Швейцария менән Австрия милли флаг төҫөндә: Трикс — 20 һанлы аҡ, ә Фликс — 08 һанлы ҡыҙыл футболка кейгән. | |
| Польша / Украина 2012 |
Славко һәм Славек |
Польша һәм Украина милли флагы төҫөндә кейенгән игеҙәктәр: Славек — 20 һанлы ҡыҙыл-аҡ, Славко — 12 һанлы һары-зәңгәр кейемдә. Сәстәре лә милли флаг төҫөнә буятылған. | |
| Франция 2016 |
Ғәжәйеп Виктор |
Франция милли йыйылма команда формаһы, ҡыҙыл мантия һәм осоусы бутсалар, кейгән малай.[4] | |
| Европа 2020 |
Скиллзи |
Фристайл һәм урам футболы яратыусы, Скиллзи исемле малай.[5] |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Italy meets UEFA European Football Championship 1980 (Euro 80). Euro 2012 Live Online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2007. Архивировано 5 июль 2008 года. 2008 йылдың 5 июль көнөндә архивланған. (инг.)
- ↑ Brands - Pinocchio. Brands of the World. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2007. 2020 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған. (инг.)
- ↑ Brands - Peno. Brands of the World. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2007. (инг.)
- ↑ http://www.uefa.com/uefaeuro/finals/news/newsid=2189677.html (инг.)
- ↑ EURO 2020 mascot revealed... now it's your move, Union of European Football Associations (24 March 2019). (инг.)