Фәйзуллин Абдулла Мөхәмәтдин улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Вафат булған урыны | |
Тыуған көнө | 7 август 1929 |
Вафат булған көнө | 27 декабрь 2014[1] (85 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | тракторсы |
Тыуған урыны |
Фәйзуллин Абдулла Мөхәмәтдин улы (7 август 1929 йыл — 27 декабрь 2014 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы «Матрай» совхозы тракторсыһы, оҫтахана механигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Биографияһы
Абдулла Мөхәмәтдин улы Фәйзуллин 1929 йылдың 7 авгусында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Рафиҡ ауылында тыуа. Белеме — тулы булмаған урта.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда «Таналыҡ» колхозында башлай, 1947 йылда тракторсы булып эшләй, 1951 йылда — Молотов исемендәге колхоз тракторсыһы, 1957 йылдан — Хәйбулла районының Матрай совхозы тракторсыһы.
Тракторсы-машинист булып эшләп, А. М. Фәйзуллин йыл һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшә һәм социалистик ярыш еңеүсеһе була. 1963 йылда уның бригадаһына беркетелгән майҙанда иген уңышы гектарынан 15,2 центнер тәшкил итһә, 1966 йылда был күрһәткес гектарынан 29,8 центнерға етә. Бер центнер игендең үҙҡиммәте 3 һум 45 тин тип планлаштырылһа, ғәмәлдә ул 2 һум 45 тин тәшкил итә. 1964—1966 йылдарҙа ғына 4 мең килограмм яғыулыҡ-майлау материалдары һәм 386 һумлыҡ запас частар экономиялана.
1966 йылда ДТ-54 тракторында 1350 гектар һөрөнтө ерҙе йомшарта, СК-3 комбайнында 524 гектарҙа ашлыҡ йыя һәм 12880 центнер иген һуғып ала.
Һарыкүл бүлексәһендә иген уңышы гектарынан 26,8 центнер тәшкил итә. Бүлексә планда ҡаралған 42 мең центнер урынына 102,2 мең центнер иген ала. Был уңышта А. М. Фәйзуллиндың да хеҙмәт өлөшө бар.
1966 йылда иген үҫтереүҙә һәм етештереү кимәлен арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы президиумының 1967 йылдың 19 апрелендәге Указы менән А. М. Фәйзуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1989 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Абдулла Мөхәмәтдин улы Хәйбулла районы Матрай совхозының машина-трактор оҫтаханаһында механик булып эшләй.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1966).
2014 йылдың 27 декабрендә тыуған ауылы Рафиҡта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967)
- Ленин ордены
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1966)
Әҙәбиәт
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
Һылтанмалар
- Фәйзуллин Абдулла Мөхәмәтдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 август 2021)
- https://web.archive.org/web/20130921072553/http://haibvestnik.ru/arx/22_07_08_82/nov.htm