Фәхретдинов Раил Камил улы
Фәхретдинов Раил Камил улы (7 май 1961 йыл) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Меценат. «Альтернатива» пластмасс изделиелар заводы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры (2006 йылдан). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары (2021). Салауат Юлаев ордендары (2022) кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 5-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Раил Камил улы Фәхретдинов 1961 йылдың 7 майында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Яңы Бишенде ауылына тыуа. Юғары белемле — Свердловск инженер-педагогия институтын тамамлай (1990).
Хеҙмәт юлын Силәбе ҡалаһының 2-се һөнәри-техник училищеһында мастер булып башлай (1983).
1990—2002 йылдарҙа «Альтернатива» Октябрьский геофизика аппаратуралары заводы акционерҙар йәмғиәтендә пластмассалар иретеүсе, тәьминәт бүлеге начальнигы, финанс мәсьәләләре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 2003 йылда «Техинвестпродукт» күп профилле предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры була. 2003—2006 йылдарҙа — шәхси эшҡыуар[1][2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Һауыт-һаба һәм хужалыҡ-көнкүреш изделиелар етештереүселәр ассоциацияһының вице-президенты. «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Һауыт-һаба һәм халыҡ ҡулланылышы тауарҙары етештереүселәренең федераль тармаҡ-ара советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының Полимерҙарҙы ҡайтанан эшкәртеүселәр комитеты рәйесе[3]. Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы советы рәйесе. «Башҡортостан сәнәғәтселәре һәм эшҡыурҙары берлеге» эш биреүселәрҙең төбәк берләшмәһе идараһы ағзаһы.
5-7-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан)[1][2].
Ғаиләһе
Күп балалы атай: тормош иптәше менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Салауат Юлаев ордены (2022)
• Октябрьский ҡалаһының Граждандар оборонаһы, халыҡты һәм территорияны ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса идаралыҡтың «90 лет Гражданской обороне России» миҙалы (2022)
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары (2021)
• Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «За содружество во имя спасения» миҙалы (2014)
• Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «За пропаганду спасательного дела» миҙалы (2014)
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2013)
• Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «ХХ лет МЧС России» миҙалы (2011)
• Башҡортостан Республикаһы һәм энергетика министрлығы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының «Башҡортостан Республикаһында спортты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» почёт билдәһе (2009)
• Октябрьский ҡалаһы ҡала хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2007)
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһының ҡануниәтен үҫтереүҙәге айырым өлөшө өсөн» почёт билдәһе
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының Почёт грамотаһы[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Благотворитель со стажем: Раиль Фахретдинов из Башкирии строит для земляков нужные объекты
- ТОП-100 богатейших предпринимателей Башкортостана (62)
- Раиль Фахретдинов, ЗПИ Альтернатива: Уважение к человеку — источник света и успеха в бережливом производстве
- Фахретдиновы из Октябрьского заняли второе место в конкурсе династий Башкирии
- В ТОП-10 изобретений. Вуз и завод из Башкирии получили диплом Роспатента