Халыҡ-ара биологик төрлөлөк көнө

Халыҡ-ара биологик төрлөлөк көнө ( БМО-ның башҡа рәсми телдәрендә: ингл. International Day for Biological Diversity, ғәр. اليوم الدولي للتنوع البيولوجي,исп. Día Internacional de la Diversidad Biológica, ҡыт. 生物多样性国际日, франц. Journée internationale de la diversité biologique) — йыл һайын 22 майҙа билдәләнгән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының халыҡ-ара көнө. Был дата 1993 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан ҡабул ителгән. Көндөң маҡсаты — Ер шарындағы биологик төрлөлөктө һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында донъя йәмәғәтселегенең хәбәрҙарлығын арттырыу. Биологик төрлөлөк — ул Ерҙә йәшәгән бар тереклек формаларының: төрҙәрҙең, экосистемаларҙың һәм генетик ресурстарҙың күплеге.

Генераль Ассамблея тарафынан (1994 йылдың 19 декабрендәге A/RES/49/119 ҡарары[1]) иғлан ителә. Башта 29 декабрҙә үткәрелһә, һуңынан 22 майға күсерелә[2].

Тасуирлама

Биологик төрлөлөк (рус.)баш. — ул тере организмдарҙың төрлө төрҙәрҙән, шул иҫәптән бактерияларҙан алып экосистемаларға (рус.)баш. тиклем булған күплеге[3]. Ул тәбиғи баланс һаҡланыуын тәьмин итә, тормош өсөн кәрәкле һыу, аҙыҡ, тотороҡло климат, иҡтисади үҫеш кеүек шарттарҙы тыуҙыра.

Ерҙәге һәм океандағы экосистемалар углеродты йотоп, климатҡа йоғонто яһай[4][5].

Биологик төрлөлөктө юғалтыу — аҙыҡ-түлек етешмәүенә, зооноз (рус.)баш. ауырыуҙарының күбәйеүенә, климаттың үҙгәреүенә һәм башҡа глобаль һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал[6].

Биологик төрлөлөктө кәметеүҙең төп сәбәптәре — кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге, тәбиғәт ресурстарын артыҡ ҡулланыу[6][4], халыҡтың артыуы, ҡулланыу кимәленең артыуы, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы[7].

Көндөң маҡсаты — фауна һәм флора вәкилдәренең юҡҡа сығыуы һәм һанының кәмеүе кеүек проблемаларға йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү[8][9].

ЮНЕСКО генераль директоры Одрэ Азуле:

Беҙҙең тәбиғәт менән мөнәсәбәттәребеҙҙе тамырынан үҙгәртергә, Ерҙәге башҡа тереклек менән уртаҡ донъя булдырырға кәрәк.

undefined

Тарихы

«Биологик төрлөлөк» термины тәүге тапҡыр 1970-се йылдарҙа ҡулланыла башлай[10]. 1980-се йылдарҙа ул фәнни һәм практик биологияла киң ҡулланыла башлай[11].

1992 йылдың 22 майында Рио-де-Жанейрола Биологик төрлөлөк тураһында конвенция ҡабул ителә[8] — был документ биологик төрлөлөктө һаҡлауға йүнәлтелгән[12]. 1993 йылдың 29 декабрендә ул үҙ көсөнә инә[2]. 2025 йыл майына ҡарата 196 дәүләт конвенцияға ҡушыла[13].

Кейинки йылдарҙа конвенция нигеҙендә бер нисә өҫтәмә документ ҡабул ителә:

Биологик именлек тураһында Картахена протоколы (2000);

Генетик ресурстарға инеүҙе һәм уларҙан алынған файҙаны тигеҙ бүлешеүҙе көйләүсе Нагоя протоколы (2010);

Картахена протоколына өҫтәмә Нагоя-Куала-Лумпур протоколы (2010)[2].

1994 йылдың 19 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы 29 декабрҙе халыҡ-ара көн тип иғлан итә[1].

2000 йылдың декабрендә Генассамблея ҡарары менән дата 22 майға күсерелә[14].

2015 йылда БМО донъя лидерҙары 2030 йылға тиклем үҫеш маҡсаттарының береһе итеп биологик төрлөлөктө һаҡлауҙы иғлан итә[15].

2022 йылдың декабрендә 196 дәүләт Куньмин-Монреаль глобаль рамкаһын ҡабул итә[4]. Унда биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экосистемаларҙы тергеҙеү буйынса 23 маҡсат ҡуйыла. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн илдәр үҙ милли стратегияларын һәм ғәмәлдәр планын эшләргә тейеш[16].

undefined

Саралар

Халыҡ-ара көн йыл һайын айырым тема менән үткәрелә. БМО Генсекретары көн уңайынан мөрәжәғәт итә.

Донъяның төрлө илдәрендә экологик саралар, күргәҙмәләр, тәбиғәтте һаҡлау буйынса лекциялар, акциялар (урман таҙартыу, һыу ятҡылыҡтары йыйыштырыу һ.б.) ойошторола[17].

Ошо көнгә арналған махсус баҫмалар ҙа нәшер ителә[2].

Көн темалары

  • 2002 — Урмандарҙың биологиктөрлөлөгө.[18].
  • 2003 — Биологик ттөрлөлөк һәм ярлылыҡ менән көрәш — тотороҡло үҫеш өсөн ауырлыҡтар»[2].
  • 2004 — Биологик төрлөлөк: аҙыҡ-түлек, һыу һәм бөтәһе өсөн һаулыҡ.
  • 2005 — Биологик төрлөлөк: үҙгәреүсе донъябыҙҙа ғүмерҙе страховкалау.
  • 2006 — Ҡоролоҡло райондарҙа биологик төрлөлөктө һаҡлау[2].
  • 2007 — Биологик төрлөлөк һәм климат үҙгәреүе.
  • 2008 — Биологик төрлөлөк һәм ауыл хужалығы.
  • 2009 — Инвазион төрҙәр.
  • 2010 — Ярлылыҡты кәметеү һәм еңеләйтеү өсөн биологик төрлөлөк[2].
  • 2011 — Урмандарҙың биологик төрлөлөгө.
  • 2012 — Диңгеҙҙәрҙең биологик төрлөлөгө.
  • 2013 — Һыу һәм биологик төрлөлөк.
  • 2014 — Утрауҙарҙың биологик Төрлөлөгө.
  • 2015 —Тотороҡло үҫеш маҡсаттары өсөн биологик төрлөлөк[2].
  • 2016 — Биологик төрлөлөк тематикаһын актуалләштереү, кешеләрҙең тормошон һәм уларҙың йәшәү сығанаҡтарын һаҡлау»[8].
  • 2017 — Биологик төрлөлөк һәм тотороҡло туризм.
  • 2018 — Биологик төрлөлөк өлкәһендәге эшмәкәрлегенең 25 йыллығын байрам итеү.
  • 2019 — Беҙҙең биологик төрлөлөгөбөҙ, аҙыҡ-түлегебеҙ, һаулығыбыҙ[7].
  • 2020 — Тәбиғәт өсөн беҙҙең ҡарарҙар.
  • 2021 — Беҙ #ForNature ҡарарының бер өлөшө.
  • 2022 — Бөтә тере йәндәр өсөн дөйөм киләсәк төҙөү[2].
  • 2023 — Килешеүҙән ғәмәлгә: биологик төрлөлөктө тергеҙеү.
  • 2024 — Пландың бер өлөшө бул.
  • 2025 — Тәбиғәт менән гармония һәм тотороҡло үҫеш.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Document Viewer. docs.un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 International Day for Biological Diversity - 22 May. www.cbd.int. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
  3. Биологическое разнообразие (билдәһеҙ). www.who.int. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
  4. 1 2 3 Что такое биоразнообразие и как его сохранить? ООН Женева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
  5. International Day for Biological Diversity | United Nations. 20 май 2025 тикшерелгән.
  6. 1 2 Еле живая природа. По всей планете вымирают животные и растения. Чем это грозит человечеству? (6 ғинуар 2023). 20 май 2025 тикшерелгән.
  7. 1 2 Зачем празднуют Международный день биологического разнообразия (22 май 2019). 20 май 2025 тикшерелгән.
  8. 1 2 3 Международный день биологического разнообразия (22 май 2016). 20 май 2025 тикшерелгән.
  9. Иван Обухов. Какой сегодня праздник: 22 мая – Международный день биологического разнообразия (22 май 2023). 20 май 2025 тикшерелгән.
  10. Власова Е. А. Содержание понятия о биологическом разнообразии в профильном курсе биологии. Ярославский педагогический вестник (2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
  11. Биологическое разнообразие. 20 май 2025 тикшерелгән.
  12. Конвенция о биологическом разнообразии. www.un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
  13. List of Parties. www.cbd.int. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
  14. 55/201. Конвенция о биологическом разнообразии. unisdr.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
  15. Международный день биологического разнообразия. ГКУ «Дирекция особо охраняемых природных территорий Санкт-Петербурга». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
  16. 22 мая: Международный день биологического разнообразия. 20 май 2025 тикшерелгән.
  17. Всемирный День биологического разнообразия в ГДМ (21 декабрь 2002). 20 май 2025 тикшерелгән.
  18. International Day for Biological Diversity - 22 May 2002. www.cbd.int (14 декабрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.

Әҙәбиәт