Халыҡ-ара ҡәләм көнө

Халыҡ-ара ҡәләм көнө (ингл. International Pencil Day, АҠШ-та милли ҡәләм көнө) — йыл һайын 30 мартта билдәләнгән рәсми булмаған байрам.

Байрам тарихы

Халыҡ-ара ҡәләм көнөнөң барлыҡҡа килеүе 1858 йылдың 30 мартында булған ваҡиға менән бәйле. Был көндө Филадельфиянан канцелярия кәрәк-яраҡтары менән сауҙа итеүсе Хаймен Липмен үҙенең уйлап табыуы өсөн патент ала. Ул ҡәләм осона юйғыс ҡуя.

Һуңынан Липман патентты Джозеф Реккендорферға һата һәм 100 мең доллар аҡса эшләй. Реккендорфер ҡәләмгә юйғыс (бөтөргөс)[1] ҡуйып эшләгән икенсе Faber-Castell фирмаһы менән судлаша. Faber-Castell вәкилдәре был предмет патентланырға тейеш түгел тип раҫлай. Был эш АҠШ-тың Юғары судына барып етә, ул «уйлап табыу» ҙан һуң 17 йыл үткәс, патентты юҡҡа сығара, Сөнки Липман бер нәмә лә уйлап тапмаған, ә ике билдәле әйберҙе бер ниндәй ҙә яңы ҡулланыу уйлап тапмайынса ғына берләштергән тип иҫәпләй[2][3].

Шуға ҡарамаҫтан, тап Липман патент алған көндә, 30 мартта, АҠШ-та ҡәләмгә арналған байрам булдырырға ҡарар ителә. Милли ҡәләм көнө, ә башҡа илдәрҙә Халыҡ-ара ҡәләм көнө 1970 йылдарҙан билдәләнә. Әммә уны кем беренсе булып байрам итергә уйлағаны билдәле түгел[4].

Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 2008 йылда, Хаймен Липмандың ҡәләм менән юйғысҡа патент алыуына 150 йыл тулыу уңайынан, бер нисә сайт 1858 йылдың 30 мартын ҡәләм уйлап сығарылған көн тип яңылыш күрһәтә. Шулай итеп, 30 март рәсми булмаған Ҡәләм көнө булып китә[5].

Байрам традициялары

Тәү сиратта был байрамды мәғариф өлкәһендә һәм ижади мөхиттә — ҡәләмдәр әүҙем ҡулланылған урындарҙа билдәләйҙәр.

Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, шул иҫәптән сәнғәт мәктәптәрендә, был көндө һүрәттәр конкурсы үткәрелә йәки уҡыусылар ҡәләм менән генә һүрәт төшөрә[6]. Саралар ҡәләм тарихына арналған танып белеү сығыштары менән оҙатыла. Һүрәт төшөрөү арт-терапияла ла ҡулланылғанлыҡтан, ижади дәрестәр, конкурстар, уйындар шулай уҡ махсус учреждениеларҙа, мәҫәлән, психоневрология интернаттарында лаүтә[7].

Оҡшаш байрамдар

5 июлдә донъяла йыл һайын Механик ҡәләм көнө билдәләнә[8].

16 мартта Рәсәйҙә Төҫлө ҡәләмдәр көнө билдәләнә башлай. 26 октябрь — Ябай ҡәләм көнө[9]. Был датаны ҡайһы берҙә Рәсәйҙә лә билдәләйҙәр, әммә сит илдәрҙә 26 октябрь байрам булараҡ түгел, ә графит ҡәләм ҡулланылған көн булараҡ ҡарала. Шул уҡ ваҡытта был дата (1492 йылдың 26 октябре) ҡәләмдең ысын тарихына ҡағылмай. Ысынында графит ҡәләмдәр XVI быуаттан ҡулланыла[10].

Иҫкәрмәләр

  1. Башҡортостан ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. Башҡорт теле һүҙлеге. — Мәскәү: Русский язык, 1998. — С. 166, 766. — ISBN 5-200-01089-6.
  2. Дмитрий Славин. День физика - 2006. 2 тур. Вопрос 2. База вопросов «Что? Где? Когда?». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2024.
  3. Международный день карандаша. Сегмент.ру (9 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2024.
  4. National Pencil Day - March 30 (ингл.). National Day Calendar. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2024.
  5. Чем прославил своё имя Хайме (Гименей) Липман? quizzclub.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2024.
  6. Международный день карандаша. МАДОУ "Детский сад №70" "Россияночка" (4 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2024.
  7. Всемирный день карандаша. Собинский психоневрологический интернат (16 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2024.
  8. Иван Обухов. Какой сегодня праздник: 5 июля – День механического карандаша. Профиль (5 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2024.
  9. 16 марта - Дeнь цвeтныx кapaндaшeй. 35медиа (16 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2024.
  10. Karl S. Kruszelnicki. Lead in Your Pencil (ингл.). ABC Science (9 сентябрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2024.