Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө

«Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө» (ингл. International Lefthanders Day) — (һулаҡайҙарға[1]) бағышланған рәсми булмаған байрам көнө.

Тарихы

«Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө» һәр йыл 13 августа билдәләнә. Беренсе тапҡыр Lefthanders International инициативаһы буйынса 1976 йылдың 13 авгусында билдәләнә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1992 йылдың 13 авгусында ике йыл элек ойошторолған Британия һулаҡайҙар клубы инициативаһы менән билдәләнә[2].

Акциияның маҡсаты — төрлө ҡорамалдар эшләүселәрҙең иғтибарын һулаҡайҙар проблемаһына йәлеп итеү: эште уң ҡул менән башҡарыусылар өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдарҙа һулаҡайҙарға тәбиғи булмаған хәрәкәттәр эшләргә тура килә. Һөҙөмтәлә нерв һәм мускулдары стресс кисерә. Эҙемтә булараҡ, АҠШ-та 1991 йылда үткәрелгән тикшереүҙәр асыҡлауынса, һулаҡайҙар производство һәләкәттәрендә йышыраҡ һәләк була[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Левша // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  2. 1 2 TUT.BY | НОВОСТИ — Около 10 % белорусов отметят день Левши — Калейдоскоп — 12.08.2008, 13:18. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2008. Архивировано из оригинала 23 август 2008 года.

Һылтанмалар