Хархалуп Анна Максимовна

Анна Максимовна Хархалуп (Малюта) совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Молдавия ССР-ының Каменский районы «Новая заря» колхозы звеноһы башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

Анна Максимовна Хархалуп 1928 йылдың 7 авгусында[1] Молдавия АССР-ының Каменский районы Валя-Адынкэ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған

1948 йылда Хархалуп Анна Макисмовна етәкләгән звено 3 гектар майҙанда һәр гектарынан «Трапезонд» сортлы 23, 2 центнер тәмәке уңышы йыйып ала.

Төп эшенән тыш Анна Хархалуп йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә — IV саҡырылыш Молдавия ССР-ы Юғары Советының депутаты итеп һайлана.

1993 йылдың 17 февралендә [1] тыуған ерендә вафат була.

Наградалары

Иҫкәрмәләр