Хижәз тимер юлы

Хижәз тимер юлы (рус. Хиджа́зская железная дорога, ғәр. خط حديد الحجاز‎) — XX быуат башында Ғосман империяһы солтаны Ғәбделхәмит II ярҙамы менән төҙөлгән тимер юл.

Тарихы

undefined

Юл Дамаск һәм Мәккә ҡалаларын тоташтырырға тейеш булған. Төньяҡтан Истанбул-Бағдад тимер юлы менән тоташтырыу күҙҙә тотолған. 1050 мм киңлектәге тар колеялы юл булған. Атамаһы Хижәз төбәгендә булыуы айҡанлы алынған. Солтан Ғәбделхәмит II-нең Мөхәммәт Пәйғәмбәр йөрөгән ерҙәрҙә мөмкин тиклем тынлыҡ һаҡлауҙы талап итеүе арҡаһында рельстар аҫтына кейеҙ түшәп ҡалдырғандар [1]

Тимер юлды 1900 йылда һала башлағандар. Эш бик ауыр шарттарҙа барған: бәҙәүиҙәр һөжүм иткән, һауа шарттары ауыр булған, һыу етмәгән. Бик күп ҡоҙоҡтар ҡаҙылған, ямғыр һыуы йыйырға цистерналар ҡуйылған. 1908 йылда юл Мәҙинәгә барып еткән[2].

Ғосман империяһы тарҡалғандан һуң юл бер нисә бойондороҡһоҙ дәүләт биләмәһендә ҡалған һәм уны тейешле кимәлдә тота алмаған.

undefined

Әлеге ваҡытта юлдың айырым участкалары ғына эшләп килә: Дамаск ҡалаһынан Амманға һәм фосфат ятҡылыҡтары булған Маандан Ғәкәбә ҡултығына тиклем.

Иҫкәрмәләр

  1. Haber7. Türkiye Hicaz Demiryolu için harekete geçti. Haber7. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2016.
  2. Геджасская железная дорога // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар